Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 14:00

Яҙмыш йөгөн бер төптән тартып

Яҙмыш йөгөн бер төптән тартыпЯңы Шәрәй ауылында 60 йыл бергә татыу ғүмер кисергән өлгөлө парҙар — Файзә менән Фаил Ғөбәйҙуллиндар тәбрикләнде. Ауылдың абруйлы, оло парын ғүмер байрамдары менән ҡотларға Липовка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Әбдрәфиҡов килде. Ул ғаилә юбилярҙарына изге теләктәр еткерҙе һәм республика башлығының ҡотлау хаты менән бүләктәрен тапшырҙы. — 60 йыл бергә-бергә ғүмер кисереү — оло бәхет, Хоҙай бүләге. Һеҙҙең ғаилә тормошоғоҙ күптәргә үрнәк булырлыҡ: балаларығыҙға лайыҡлы тәрбиә, белем биргәнһегеҙ, әле лә уларға бар яҡтан терәк-таяныс булып матур донъя көтәһегеҙ. Хеҙмәт йылдарығыҙҙы намыҫлы эш менән уҙғарғанһығыҙ, ауырлыҡтарға бирешмәгәнһегеҙ, — тине Илдар Ислам улы. — Артабан да яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс ҡартлыҡ кисерергә яҙһын. Ауыл биләмәһе башлығы юбилярҙар хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Ысынлап та, маҡтауға лайыҡ улар. Бер-береһенә ихтирам, наҙ тулы ҡараш һалып, һыйынышып ҡына ултырған был парҙан күңел йылыһы, яҡты ҡот бөркөлә. Оҙаҡ йылдар бергә шулай матур йәшәү серҙәрен белһәң ине тигән уйымды тойғандай: “Ғаилә тормошонда бер-береңде ҡәҙер итеү, күндәмлек, сабырлыҡ кәрәк. Алтмыш йыл алтмыш көндәй ҙә булманы, һә тигәнсе үткән дә киткән”, — тине улар. ...Үҫмер сағынан колхоз баҫыуҙарында, көтөүлектә тир түккән Фаил, аталары яуға алынғанда биш йәше генә тулып, ғаиләлә өлкән бала булараҡ, бәләкәстән эшкә егелгән Файзә һуғыш осорондағы һәм унан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтың бөтә әсе-сөсөһөн үҙ иңендә татый. Фаилдең атаһы фронтҡа китә һәм уға кире тыуған еренә әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Ғаилә әсәһе ҡарамағында ҡала. Ауыл мәктәбендә етенсе класты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡта тракторсы һөнәрен үҙләштергән егет бер аҙҙан ил алдындағы бурысын үтәү өсөн әрмегә китә. Өс йылдан ашыу һалдат хеҙмәтен атҡарып, ауылына ҡайтҡас та күпкә һуҙмай, һөйгәне Файзә менән яҙмышын бәйләй. Колхоздың алыштырғыһыҙ механизаторы була, умарталыҡта ла көс түгә, тынғыһыҙ хеҙмәте бихисап наградалар менән билдәләнгән.Ҡыҙ иһә Яңы Шәрәйҙә етенсе класты тамамлағас, Абҙанға йөрөп тағы бер йыл уҡый, һуңынан Өфө ҡалаһында һатыусылыҡҡа курс үтә. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем район ҡулланыусылар йәмғиәте магазиндарында эшләй. Ғөбәйҙуллиндар дүрт бала үҫтереп, уларҙы үҙҙәренең өлгөһөндә тырыш, аҡыллы итеп тәрбиәләгәндәр.“Йәш барған һайын, тормоштоң мәғәнәһен дә, матурлығын да нығыраҡ аңлайһың бит ул”, — тиҙәр Файзә Хәлимулла ҡыҙы менән Фаил Нәзип улы. Алтмыш йыл тормош йөгөн бер төптән тартҡан ныҡлы ғаилә йәштәргә лә өлгө булып тора. Артабан да уларға яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын. Рәғиҙә Ғиззәтуллина.Автор фотоһы.

Яҙмыш йөгөн бер төптән тартып
Яңы Шәрәй ауылында 60 йыл бергә татыу ғүмер кисергән өлгөлө парҙар — Файзә менән Фаил Ғөбәйҙуллиндар тәбрикләнде.
Ауылдың абруйлы, оло парын ғүмер байрамдары менән ҡотларға Липовка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Әбдрәфиҡов килде. Ул ғаилә юбилярҙарына изге теләктәр еткерҙе һәм республика башлығының ҡотлау хаты менән бүләктәрен тапшырҙы.
— 60 йыл бергә-бергә ғүмер кисереү — оло бәхет, Хоҙай бүләге. Һеҙҙең ғаилә тормошоғоҙ күптәргә үрнәк булырлыҡ: балаларығыҙға лайыҡлы тәрбиә, белем биргәнһегеҙ, әле лә уларға бар яҡтан терәк-таяныс булып матур донъя көтәһегеҙ. Хеҙмәт йылдарығыҙҙы намыҫлы эш менән уҙғарғанһығыҙ, ауырлыҡтарға бирешмәгәнһегеҙ, — тине Илдар Ислам улы. — Артабан да яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.
Ауыл биләмәһе башлығы юбилярҙар хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Ысынлап та, маҡтауға лайыҡ улар. Бер-береһенә ихтирам, наҙ тулы ҡараш һалып, һыйынышып ҡына ултырған был парҙан күңел йылыһы, яҡты ҡот бөркөлә. Оҙаҡ йылдар бергә шулай матур йәшәү серҙәрен белһәң ине тигән уйымды тойғандай: “Ғаилә тормошонда бер-береңде ҡәҙер итеү, күндәмлек, сабырлыҡ кәрәк. Алтмыш йыл алтмыш көндәй ҙә булманы, һә тигәнсе үткән дә киткән”, — тине улар.
...Үҫмер сағынан колхоз баҫыуҙарында, көтөүлектә тир түккән Фаил, аталары яуға алынғанда биш йәше генә тулып, ғаиләлә өлкән бала булараҡ, бәләкәстән эшкә егелгән Файзә һуғыш осорондағы һәм унан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтың бөтә әсе-сөсөһөн үҙ иңендә татый. Фаилдең атаһы фронтҡа китә һәм уға кире тыуған еренә әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Ғаилә әсәһе ҡарамағында ҡала. Ауыл мәктәбендә етенсе класты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡта тракторсы һөнәрен үҙләштергән егет бер аҙҙан ил алдындағы бурысын үтәү өсөн әрмегә китә. Өс йылдан ашыу һалдат хеҙмәтен атҡарып, ауылына ҡайтҡас та күпкә һуҙмай, һөйгәне Файзә менән яҙмышын бәйләй. Колхоздың алыштырғыһыҙ механизаторы була, умарталыҡта ла көс түгә, тынғыһыҙ хеҙмәте бихисап наградалар менән билдәләнгән.
Ҡыҙ иһә Яңы Шәрәйҙә етенсе класты тамамлағас, Абҙанға йөрөп тағы бер йыл уҡый, һуңынан Өфө ҡалаһында һатыусылыҡҡа курс үтә. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем район ҡулланыусылар йәмғиәте магазиндарында эшләй.
Ғөбәйҙуллиндар дүрт бала үҫтереп, уларҙы үҙҙәренең өлгөһөндә тырыш, аҡыллы итеп тәрбиәләгәндәр.“Йәш барған һайын, тормоштоң мәғәнәһен дә, матурлығын да нығыраҡ аңлайһың бит ул”, — тиҙәр Файзә Хәлимулла ҡыҙы менән Фаил Нәзип улы. Алтмыш йыл тормош йөгөн бер төптән тартҡан ныҡлы ғаилә йәштәргә лә өлгө булып тора. Артабан да уларға яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: