Инйәр
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 11:50

Әсәйгә бағышлана...

Әсәй... Ер йөҙөндә иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ! Был һүҙҙе әйткәндә күңелдәребеҙ шундай наҙ һәм һөйөү менән тула. Уның менән баланың теле асыла һәм ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй татлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе — әсәй!

Әсәй... Ер йөҙөндә иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ! Был һүҙҙе әйткәндә күңелдәребеҙ шундай наҙ һәм һөйөү менән тула. Уның менән баланың теле асыла һәм ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй татлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе — әсәй! Ҡәҙерле әсәкәйем...
Әсәй ул — изгелек тә, матурлыҡ та, шәфҡәтлек сағылышы ла. Кем беҙҙе яғымлы ла, моңһоу ҙа ҡараштары менән оҙатып ҡала? Кем уңыштарыбыҙға һөйөнә, уңышһыҙлыҡтарыбыҙға көйә? Кем беҙҙе бары тик бар булғаныбыҙ өсөн ярата? Әсәй — беҙгә ғүмер бүләк итеүсе иң изге кеше. Ул һәр ваҡытта ла яғымлы күҙ ҡараштары менән беҙҙе иркәләй. Кәрәк саҡта үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып, беҙгә фәһемле кәңәштәрен бирә.
Ғүмеребеҙҙең бөтә ҡәҙерле минуттары әсәй менән бәйләнгән. Кеше әсәһенең йомшаҡ, йылы ҡулдарын, изге ҡараштарын тыуғандан алып беләлер. Гелән балаларын хәстәрләгәне, арыу-талыу белмәйсә эшләгәне, йоҡоһоҙ төндәре хәтерҙә.
Әсәләребеҙ киләсәген ҡайғыртыу төп бурысыбыҙ булыуын аңларға тейешбеҙ: ваҡытынан алда ҡайғы-хәсрәттән ҡартаймаһын, йышыраҡ уларҙа шатландырырға, бәхетле итергә тырышыу зарур. Төрлө ауыр хәлдә ҡалғанда, тәү башлап беҙгә әсәйебеҙ ярҙамға ашыға. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була бит. Бер хатаһыҙ ҙа булмайҙыр… Ошо саҡтарҙа ул беҙгә бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәй. Үҙ хатабыҙҙы аңларға, киләсәктә дөрөҫ юлдан яҙмаҫҡа ярҙам итә. Бүләктәргә, уйынсыҡтарға һәм тәмлекәстәргә күпме аҡса сарыф итә, уларҙы һатып алыр өсөн сиратта тора. Һәр балаһына иғтибары етерлек, береһе лә ситләтелмәй. Ә бәләкәстәре иһә ҡәҙерле кешеһенең эштән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә, юҡһына, һағына.
Беҙҙең әйләнә — тирәбеҙҙә күпме сит кеше бар, Бары тик әсәйебеҙгә генә эскерһеҙ ышанабыҙ, Уның менән иң төпкә йәшеренгән серебеҙҙе уртаҡлашабыҙ. Тик әсә генә беҙҙең күңелебеҙгә йыйылған кисерештәрҙе тыңлап бөтә, аңлай һәм ғәфү итә. Унда балаға булған мөхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй. Һәр кем — сабыйҙар ҙа, өлкәндәр ҙә — әсә наҙына мохтаж. Әсәйеңә мөхәббәтең ни хәтлем көслө булһа, тормошоң да шул ҡәҙәр шатлыҡлы һәм яҡтыраҡ була. Борон-борондан алып бөгөнгө көндәргә тиклем әсәйҙәрҙе данлап, уларға арнап күп һүҙҙәр әйтелгән, йырҙар йырланған, шиғырҙар яҙылған. Әсә кеше балаһын наҙлап, һөйөп үҫтерә, бар көсөн, ғүмерен арнай. Ғәзизебеҙҙең йомшаҡ ҡулдарын, мөләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йөрәге иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мөхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.
Беҙҙең әсәләр — фәрештәләргә тиң! Уларҙы һаҡлайыҡ, хөрмәтләйек, ҡәҙер итәйек!
Фәрзәнә Хәсәнова,
район башлығы урынбаҫары.
Читайте нас: