Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2019, 14:15

Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын

Липовка ауылына килеп ингәс матур-матур йорттар күҙгә ташлана. Шуларҙың береһе — гөл-сәскәгә күмелеп ултырғаны, Кәримова Зәкиә апай йәшәгән йорт. Уны ҡәйнәһенең ергә һеңгән өйө урынына килене Хәмдиә һалдырҙы.

Липовка ауылына килеп ингәс матур-матур йорттар күҙгә ташлана. Шуларҙың береһе — гөл-сәскәгә күмелеп ултырғаны, Кәримова Зәкиә апай йәшәгән йорт. Уны ҡәйнәһенең ергә һеңгән өйө урынына килене Хәмдиә һалдырҙы.
Хәмдиә — Айытмәмбәт ауылы ҡыҙы. Саҙретдин Вәлиевтең ишле ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә ул. Бәләкәстән эшкә өйрәнеп үҫкән ҡыҙ тыуған мәктәбен тамамлағас, Өфө ҡалаһының УМПО заводында хеҙмәт юлын башлай. Ошонда уҡ фрезерсы һөнәрен үҙләштерә. Тырышлығы, яуаплылығы, үҙ бурысын намыҫлы башҡарыуы арҡаһында иң юғары категориялы эшсе исеменә өлгәшә.
Бер ваҡыт ауылға ҡайтҡанында кис клубҡа уйынға сыҡҡас, таныш булмаған егетте күреп ҡала. Ялдан һуң кире Өфөгә киткәнендә электричкала йәнә осрашалар. Һүҙҙән һүҙ сығып, һөйләшеп китәләр. Баҡтиһәң, икеһе лә бер үк ойошмала эшләйҙәр, күршеләш ятаҡта йәшәйҙәр икән дә! Егет Липовка ауылынан Кәримов Әмир була. Ялында Айытмәмбәттә донъя көткән апаһына ҡунаҡҡа килгән. Ошо танышыу уларҙың яҙмышына әүерелә. 1981 йылда гөрләтеп туй яһайҙар. Йәш ғаиләгә дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә бирәләр.
“Ғаилә ишәйҙе, бер-бер артлы өс балабыҙ тыуҙы. Әмир “Авария хеҙмәте”нә шофер булып эшкә күсте. Уның ойошмаһынан ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Ун биш йыл бергә йәшәгән ғүмерҙең үтеп киткәне лә һиҙелмәне. Ял булһа ауылға ашығабыҙ: ҡәйнәмә утын, бесән әҙерләйбеҙ, ҡош-ҡортон, баҡсаһын тәрбиәләшәбеҙ. Балалар йәй буйы өләсәләре янында. Әмир ауылға өй һалырға тип ниәтләнә башланы. Тик уйламағанда ауырыу уны аяҡтан йыҡты. Ярты йыл дауаханала ятты. Ошо осорҙа көн дә өй, эш, дауахана араһын тапарға тура килде. Инде һауыға тигәнендә, тағы бер операция талап ителде, ләкин был юлы уны күтәрә алманы...
38 генә йәшендә Әмир яҡты донъяларҙы ташлап китте. Ҡанаттарым ҡайырылғандай тойолдо. Береһенән – береһе бәләкәй өс сабыйым менән етемһерәп тороп ҡалдыҡ,” — Хәмдиә ошоларҙы һөйләгәндә ауыр уйҙарынан арына алмай көрһөнөп ҡуйҙы. Яҡын кешеһен юғалтыу ҡайғыһы йөрәк әрнеүен ҡуҙғатып, күҙҙәренән йәштәр булып тәгәрәне. Килен балаҡай бер аҙ тынысланғас, хәтер ебен артабан һүтте: “Ярай әле ҡәйнәм ҡышҡылыҡҡа беҙҙең менән китергә риза булды. Ул өйҙә балаларға күҙ-ҡолаҡ: мәктәпкә оҙата, ҡаршы ала, бәләкәсен —балалар баҡсаһына, өлкәндәрен түңәрәктәргә йөрөттө. Ә мин, балаларым мохтажлыҡ кисермәһен тип, икешәр эштә көс түктем. Хаҡлы ялға сыҡҡас та алты йыл эшемде дауам иттем. Әмирҙең мәрхүм булыуына 23 йыл тулып китте. Уның өй һалам тигән хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында балалар менән кәңәшләшкәндән һуң, бергәләшеп аталарының нигеҙен тергеҙергә булдыҡ. Һәр береһе ҡулынан килгәнсә ярҙам итте һәм өйлөк бура алырлыҡ аҡса тупланыҡ. Шунан инде улым менән Яңы Шәрәй ауылынан Зәйнетдиновтарға киттек һәм улар кәңәше менән йортто ҙурыраҡ һалырға ниәтләнек. Кредиттар юлланыҡ. Егеттәр бик намыҫлы эшләне, рәхмәт инде. Өй һалам тип әйтеүе генә анһат, уның сығымы бит иҫ китерлек!
Дамир улым гел генә төҙөүселәр янында бергәләште. Ярҙам да итеште, ә иң мөһиме эшкә лә өйрәнде.”
Эйе, Хәмдиәнең тырышлығы, яҡындарының ярҙамы менән ҙур ғына йорт ҡалҡып сыға. Әлеге мәлдә унда ҡәйнә менән килен ихлас донъя көтә. Балалар ҙа хәҙер оло тормошҡа аяҡ баҫҡан. Дамир Мәскәүҙә төҙөлөш ойошмаһында, өлкән ҡыҙы Гөлнара әсәһе эшләгән заводта хеҙмәт юлы үтә. Кесе ҡыҙы Айһылыу иһә авиация институтын тамамлағандан һуң, һөнәре буйынса эшләй. Һәр береһе ялдарында ашҡынып ауылға ҡайта. Бергәләшеп баҡса тултырып картуфын, йәшелсәһен ултырталар.
Ҡыҙҙары ғаилә ҡороп, үҙҙәре сабыйҙар үҫтерә, алда Дамирҙы башлы-күҙле итеү бурысы тора. Хәмдиә килен ҡәйнәһен ихтирам итеп, ҡәҙерләп ҡарай. Зәкиә апай быйыл 90 йәшен тултырған. Элекке ваҡыттарын хәтерләп ул: “Көс түкмәгән урын ҡалманы инде. Һарыҡ фермаһында ла эшләнем, үлсәүсе лә булдым. Ауыл советына депутат итеп тә һайландым. Пенсияға сыҡҡанға тиклем 20 йыл һыйыр һауҙым, һуғыш ауырлыҡтары ла баштан үтте...” — ти.
Хеҙмәт ветераны изгелекле килен ҡулында бәхетле ғүмер көҙөн кисерә. Өйө йылы, ризығы татлы, һүҙе үтемле ағинәйҙең. Ошондай татыу, бер-береһенә итәғәтле, хәстәрлекле ғаиләләргә һоҡланырға ғына ҡала. Ирекһеҙҙән күңелгә “Ҡар өҫтөндә усаҡ яға яңғыҙ ҡатын...” тигән йыр һүҙҙәре килә. Ысынлап та улар Хәмдиә киленгә арналғандай тойола.
Рәшиҙә Баязитова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Благовещенка ауылы.
Читайте нас: