Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Август 2019, 18:46

Гөл-баҡсалы еребеҙҙән уңыш,ҡеүәт алабыҙ

Уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа күп итеп турама, ҡайнатма һәм башҡа тәм-том әҙерләп ҡалырға тырыша. Тәүәкәс ауылынан Нәсимә Юлмөхәмәтова ла был тәңгәлдә ҡалышмай. Уның менән әңгәмәләшкәндә, хаҡлы ялдағы уҡытыусының баҡса эштәренә маһирлығы асыҡланды.
— Быйыл ҡурай еләге бигерәк уңды. Көн һайын йыймаһаң, ҡойолорға тора, ҡош-ҡорт та ҡыуаҡтар янында ғына. Бер аҙ ер еләге ҡайнаттым. Алма, сейә, ҡарағат, крыжоник ҡайнатмаһын яратам. Ваҡ ҡабак яҡшы уңыш бирҙе. Икра һәм башҡа ризыҡтарҙы “Инйәр” гәзитендә баҫылған төрлө рецепттар буйынса әҙерләйем. Йәшелсәләрҙең барыһын да ултырттым. Кишер, ҡыяр, помидор, борос, һуған, һарымһаҡты үҙең үҫтергәнеңә етмәй, тәме лә бына тигән. Укроп киптереп алдым.
Быйыл картуфты колорадо ҡуңыҙына ҡаршы саралар ҡулланмай ғына үҫтерҙем. Шуға күрә ваҡытымды бөжәктәрҙе йыйып алыуға бүлдем. Бынан тыш, йорт янын сәскәләрем йәмләй. Күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡтары, һанай китһәң, төрлөләре бар. Шулай уҡ урмандан андыҙ алып ҡайтҡайным, шифалы үҫемлек һары сәскәләре менән ҡояштай балҡый.
Дарыу үләндәре — мәтрүшкә, туҡранбаш, цикорий йыям. Ҡышҡы һалҡындарҙа витаминлы үлән сәйҙәре эсеү организм өсөн бик файҙалы.
Баҡсаға сыҡһам, хуш еҫтәр аңҡый, күңелде кинәнесле тойғолар биләй, ҡайһы саҡта илһам сығанағы булып, ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итә,- ти Нәсимә Иҫәнбай ҡыҙы.
Миләүшә Бәширова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: