Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2019, 12:25

Мәңге онотолмай…

Янбаев Ғәлиәхмәт Әбҡәҙир улы 1912 йылдың 12 июнендә Тәүәкәс ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Илебеҙ кисергән ауыр тарихи ваҡиғаларҙы ул да үҙ яҙмышы аша үткәрә. Аслыҡ-яланғаслыҡ, колхозлаштырыу йылдары уның быуындарын бик иртә сыныҡтыра.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та ҡәһәрле алыштың алғы һыҙығына алына. Дәшһәтле йылдарҙа уға утты, һыуҙы кисеп Германияға тиклем барып етергә тура килә. Ғәлиәхмәт Әбҡәҙир улы һуғыш яланында бер нисә тапҡыр яралана, күп михнәттәр күрә. Хоҙай насип иткәс, имен-аман тыуған ауылына, ғаиләһе янына ҡайта.
Ил алдында күрһәткән батырлығы өсөн ул II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ордендары һәм башҡа бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән.
Йылдар үтеп, ваҡыт арауығы алыҫлашһа ла ябай һалдат күрһәткән ҡаһарманлыҡ мәңге онотолмай.
Читайте нас: