Инйәр
+23 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
18 Марта , 10:34

“Солтан” — ауыл йәме генә түгел, тәүәкәстәрҙе берләштергән изге урын да

Бынан байтаҡ йылдар элек Тәүәкәс ауылы ир-уҙаманы Рим Миңләхмәт улы Солтанов мәсет төҙөү өсөн урын юллап, район етәкселегенең тупһаһын тапай

“Солтан” — ауыл йәме генә түгел, тәүәкәстәрҙе берләштергән изге урын да“Солтан” — ауыл йәме генә түгел, тәүәкәстәрҙе берләштергән изге урын да
“Солтан” — ауыл йәме генә түгел, тәүәкәстәрҙе берләштергән изге урын да

Бынан байтаҡ йылдар элек Тәүәкәс ауылы ир-уҙаманы Рим Миңләхмәт улы Солтанов мәсет төҙөү өсөн урын юллап, район етәкселегенең тупһаһын тапай. Байтаҡ ҡаршылыҡтар аша, ниһайәт, рөхсәт алынып, күптәнге хыялына нигеҙ һалына.

— Ҡыҙыбыҙға ағастан өй ниәтләп, Белорет районынан бура һатып алғайныҡ. Ләкин Регинабыҙ баш тартып, мәсет ит, атай, тигәс, Гүзәл менән Тәүәкәстә иман йорто төҙөргә, тигән ҡарарға килдек. Әйткәндәй, был уй күптән тыуғайны, ваҡыты еткәнен генә көткән икән, — тип йылмая ил ағаһы.

Солтановтар менән әңгәмәләшкәндә шуныһы күҙгә салынды —  бер-береһен бүлдермәй, береһе һөйләгәндә икенсеһе һоҡланып ҡына ҡарап ултырып, “Солтан”дың йәшәйеше менән таныштырҙы.

Ҡыҙҙары Регина ғаиләлә тәүгеләрҙән дин юлына баҫа, артынса — Гүзәл Хәмит ҡыҙы, тора-бара Рим ағай ҙа намаҙ уҡый башлай.

— Ғүмер буйы водитель булып эшләнем, артабан шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләндем.

Барыбыҙ ҙа донъя тип сабабыҙ бит. Шулай ғүмерҙең үткәнен һиҙмәйбеҙ ҙә.  Күңел тыныслыҡ һорай...Ә уны ҡайҙан табырға?  Бер мәл аңым асылғандай булды. Ҡөрьән, Аллаһ йорто, иман — бына нимә кәрәк әҙәм балаһына.

Оҙон, йыуан ағас бураны алып ҡайтып, күтәреп тә ҡуйҙыҡ. Район үҙәге менән Тәүәкәс араһын көнөнә биш-алты тапҡыр үтә торғайным. Үҙем — төҙөлөш мәшәҡәтендә, Гүзәл эшселәргә аш-һыу бешерә, башҡа эштәрҙе лә алып бара. Етмәһә, райондан әле телевидение, әле хәбәрселәрҙе ебәрәләр, уларға ла ваҡыт бүләһе бар.  Эш башланып ҡына тора бит, ниңә ул турала хәбәр таратырға, тип ҡырт киҫәм.

Әл-хәмдү лил-ләһ, ғаиләм менән бөтә көсөбөҙҙө, ваҡытыбыҙҙы йәлләмәй, 2009 йылдың ноябрендә (бер йыл эсендә) Ҡорбан байрамына “Солтан” мәсетен өлгөрттөк. Районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов Тәүәкәс ауылының имам-хатибы итеп тәғәйенләгәс, мәсеттә вәғәз (хөтбә) һөйләйем, дин ҡәрҙәштәргә Ислам дине тәғлимәттәрен өйрәтәм.  Ауылдаштарым менән бер уйҙа, маҡсаттабыҙ. Бөгөн халыҡтың дингә, иманға яҡынайыуы ныҡ һиҙелә. Быға илебеҙҙәге һуңғы ваҡиғалар ҙа сәбәпселер.

Мәсет иркен, яҡты. Газ үткән, бөтә уңайлыҡтары булдырылған айырым аш бүлмәһе бар. Үткән йыл  төкөтмә һуҡтыртып,  тәһәрәтхана, бәҙрәф  урынлаштырылған. Ихатала  утынлыҡ, ҙур аласыҡ тора. Эсендә — усаҡ, һауыт-һаба өсөн кәштәләр, өҫтәлдәр. Теләгәндәр бында  аш бешерә ала. Һыу эстә лә, тышта ла бар. Ғөмүмән, Солтановтар ауылдаштары өсөн ихлас тырышҡан.

— Төкөтмәнең эс яғын Архангел ауылынан Рәжәп Фазылов, Илфат Ноғоманов, урам эсендәге юлды Рөстәм Иштуғанов, Рөстәм Хисмәтуллин, Илдар Иштуғанов, Әҙил Мағазов, Илнур һәм Тимур Тауымбаевтар, Руслан Вәлиев, Инйәр Ишмөхәмәтов  эшләне. Ҡулдарынан һөйөнһөндәр, — ти Рим хәҙрәт.

— Иман йортонда аҙна һайын тиерлек Аят уҡыталар. Йома намаҙына халыҡ теләп йөрөй. Әле ифтар мәжлестәрен дә сиратлап ойошторалар. Иншаллаһ, ураҙа тотоусылар күбәйҙе — ололар ғына түгел, йәштәр ҙә.  7-се класта уҡыған Кәрим ейәнебеҙ быйыл башлап ураҙала. Кластарынан 11 бала уға эйәргән. Афариндар!

Беҙгә һәр саҡ ярҙам иткән  уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы телгә алып киткем килә. Лилиә һәм Венера Сәғәҙәтовалар, Рәүфә Рәхмәтуллина (Иштуғанова), Шәүрә Фазылова — мәсетте таҙартыу-йыйыштырыуҙа, табын әҙерләшеүҙә әүҙемдәр. Фәтҡулла Муллағәлимов — мәсеткә һәр саҡ күҙ-ҡолаҡ, ҡышын ҡарҙы ла көрәй, яҙҙан көҙгә ҡәҙәр урамды тәртиптә тота.

 Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан егеттәребеҙ, иң тәү сиратта, Аллаһ йортона инә. Был матур йолаға әйләнгән. Ҡөрьән аштарынан, йома намаҙынан һуң ауылдаштар, яҡташтар менән күңел булғансы рәхәтләнеп ултырып һөйләшәбеҙ, көнкүреш мәсьәләләрен дә күтәрәбеҙ, хәл итәбеҙ, яҡшы кәңәштәр менән уртаҡлашабыҙ. Мәсетебеҙ тәүәкәстәрҙе берләштергән изге урын ул, — тип һүҙен йомғаҡлап ҡуйҙы Гүзәл ханым.

Дилара Янбаева.

Г.Солтанова тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас