Инйәр
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Август 2024, 15:52

“Аҫҡын” Аҫҡынға яңы һулыш бирә

Радий Хәбиров,  Башҡортостан Республикаһы Башлығы: — Кешеләр уңайлы мөхиттә ғүмер итһен, ялдарын файҙалы уҙғарһын өсөн беҙҙең яҡтан барыһы ла тормошҡа ашырыла, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ.

“Аҫҡын” Аҫҡынға яңы һулыш бирә
“Аҫҡын” Аҫҡынға яңы һулыш бирә

“Аҫҡын” Аҫҡынға яңы һулыш бирә

Радий Хәбиров,  Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Кешеләр уңайлы мөхиттә ғүмер итһен, ялдарын файҙалы уҙғарһын өсөн беҙҙең яҡтан барыһы ла тормошҡа ашырыла, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ.

Регина Ҡадир ҡыҙы Ишмөхәмәтова, “Ватанды яҡлаусылар” фондының социаль координаторы:

— Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламаларҙың  эшләй башлауы яҡшы этәргес. Бөгөн Башҡортостан — илебеҙҙә эске туризмды күтәреү йәһәтенән алдынғылар исемлегендә, тимәк, республикабыҙҙа, шул иҫәптән районыбыҙҙа туристар ағымы ныҡ көсәйә.

Туризмды үҫтереү — килем алыу нигеҙе.  Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, рәсәйҙәр сәйәхәт һәм тәбиғәттә  ял итеү менән ҡыҙыҡһыныуын юғалтмай. Бөгөн эске туризмға нығыраҡ баҫым  яһала, шуға йүнселдәр был тармаҡты әүҙем үҙләштерә башланы.

Районыбыҙҙа туризмды үҫтереү өсөн йылға-күлдәр, урман-болондар ҙа, ҡая-тауҙар ҙа ифрат күп. Максим Горький ауылынан туғыҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан  Аҫҡын ауылының эргә-тирәһе  ошо йүнәлеш менән шөғөлләнергә теләгән эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеп тора. Һөҙөмтәлә халыҡ өсөн өҫтәмә эш урындары ла булдырыла.

Руслан Рөстәм улы Хәбибуллин да ете йыл элек таныштарына ҡунаҡҡа килгәндә,  был яҡтың туризм бизнесын асып ебәреүгә отошло булыуын  иғтибарға ала. Йүнсел ир-уҙаман ғаиләһе, туғандары менән кәңәшләшкәндән һуң, иптәше Илшат Рәил улы Латипов  менән берлектә быуа балыҡсылығы һәм туризм буйынса эштәрен аса.

Быға тиклем буш торған һаҙлыҡлы биләмәлә иң башта быуалар барлыҡҡа килә.   Балыҡ фермаһында эшләүҙәге тәүге тәжрибәләре булғанлыҡтан  барыһын да баштан аҙаҡҡаса өйрәнергә тура килә. Яһалма һыу ятҡылығына гәрәбә һәм йәйғор бағырҙарының ыуылдырыҡтарын ебәреп, уларҙы үрсетә башлайҙар. Хужалыҡ 10 мең тонна балыҡҡа иҫәпләнгән. Бағырҙар тәүге ҡышлауҙы яҡшы үткәргән. Этнопаркка килеүселәр уларҙы быуанан тереләй тотоп, һатып ала. Теләгәндәргә ашнаҡсылар шунда уҡ бешереп тә бирә.

Эшҡыуар әйтеүенсә, бөгөн балыҡҡа, унан етештерелгән продукцияға  ихтыяж ҙур.

— Бағырҙар үрсетеү быуа балыҡсылығының юғары тармағы булып тора, ул майҙан берәмегенән күп балыҡ алырға мөмкинлек бирә. Быуала  ыуылдырыҡ һалынмағанға күрә,  яһалма аталандырыу зарур. Әле биш быуаның дүртәүһендә бағырҙар үрсетелһә, бишенсеһе балыҡ ҡармаҡлау өсөн ҡулайлаштырылған.  Байтаҡ сығымдар талап ителһә лә, алдағы көндәргә ҙур өмөт бағлағанбыҙ, — ти  Руслан Рөстәм улы.

— Балыҡ фермаһынан тыш, ял итеүселәргә ниндәй хеҙмәтләндереү күрһәтәһегеҙ?

— Балыҡсылыҡ менән бәйле туристик сервис  эшмәкәрлек итә.  “Аҫҡын” экопаркында ял итеүселәргә бөтә уңайлыҡтары булдырылған ете ҙур тирмә ҡоролған, матур, иркен кафе, спа зоналы ике мунса бар. Тирмәләрҙең эсе яҡты, электр йылытҡыстар, урындыҡтар һәм башҡа ҡаралтылар менән йыһазландырылған. Һәр береһенең янында асыҡ һауала һуңғы ваҡытта модала булған ҡаҙандар (чан) тора. Унда йылдың төрлө миҙгелендә  рәхәтләнеп һыу инергә мөмкин.   Бынан тыш, Аҫҡын минераль һыуын ҡойоуҙы атҡарабыҙ.

Убалар, Заря ауылдарынан бер нисә кеше хеҙмәт килешеүе буйынса эшкә йөрөй. Намыҫлылар, тырыштар. Мин дә, улар ҙа ҡәнәғәт. Ауыл халҡы менән һөйләшеп, электр көтөүсе ҡуйырға йыйынабыҙ. Туристарҙы шәхси хужалыҡта аҫралған һарыҡ  итенән бешерелгән ризыҡтар менән генә һыйларға уйлайбыҙ.

— Грант програмаларында ҡатнаштығыҙмы? Ғөмүмән, ниндәй сараларға үҫешәһегеҙ?

— Саралар тигәндә, бөтәһе лә үҙебеҙҙең шәхси аҡсаларға  эшләнде, һатып алынды. Минең эшмәкәрлегемдең төп йүнәлеше — төҙөлөш. Унан килгән аҡса “Аҫҡын”ға  китеп тора. Бөгөн беҙ барлыҡ тапҡаныбыҙҙы этнопаркка сарыф итәбеҙ, килемен бер нисә йылдан күрә башларбыҙ, тип ышанам. Грант программаларында ике йүнәлеш буйынса ла ғариза тапшырып, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы йыйып ҡараған инек — үтмәнек. Документтарҙы теүәлләп, “хаталар өҫтөндә” эшләгәс,  бәлки тәүәкәлләрбеҙ. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тиҙәр бит.

— Этнопарктағы биналарҙы, тирмәләрҙе кемдәр эшләне?

— Бындағы бөтә нәмәне балаларым, туғандарым менән үҙ ҡулдарыбыҙ менән төҙөнөк. Эштән ҡурҡмайбыҙ!

— Киләсәккә пландарығыҙ...

— “Аҫҡын боҙ мәмерйәһе” туристик комплексы идарасыһы Гүзәл Хәмитова, “Ҡурай” тур-базаһы, “Эко-Хани” Мусиндар  ғаилә умартасылығы һәм башҡа туризм йүнәлешендә эшмәкәрлек иткән, йәки эшмәкәрлеген башларға уйлағандар менән берҙәм колл-үҙәк ойоштороу. Беҙ берләшәсәкбеҙ. Ошо ҙур проектҡа баҫым яһала. Уның буйынса менеджерҙар менән бәйләнеш булдырыласаҡ. Ял итеүселәр  туристик маршруттар, ҡуныу, туҡталыу, күңел асыу  һәм йәмәғәт туҡланыу урындары тураһында һәм башҡа дөйөмләштерелгән мәғлүмәт аласаҡ. Урындағы аҙыҡ-түлекте һатыу, халыҡ кәсептәре менән танышыу, мәҙәни-күңел асыу үҙәктәре лә күҙ уңында.

“Аҫҡын” брендын булдырыу буйынса айырым эш алып барыла. “Аҫҡын” бренды идеяларыбыҙҙы һәм  бизнесыбыҙҙың бөтә йүнәлештәрен берләштерәсәк.

Этно-стилдә ял итергә теләһәгеҙ — “Аҫҡын” көтә!

— Руслан Рөстәм улы, уңыштар һеҙгә. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: