Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Декабрь 2022, 10:37

Алмаз — һынмаҫ рух өлгөһө

Әҙәм балаһының яҙмышы маңлайына яҙылған. Кемдең нимә күрәсәген Алланан башҡа бер кем дә белмәй.

Алмаз — һынмаҫ рух өлгөһө
Алмаз — һынмаҫ рух өлгөһө

Әҙәм балаһының яҙмышы маңлайына яҙылған. Кемдең нимә күрәсәген Алланан башҡа бер кем дә белмәй. Ә шулай ҙа һәр кем был донъяла бәхетле булырға теләй. Бәхетте лә бит һәр кем үҙенсә аңлай, ҡабул итә...

— Иң яҡын, иң ҡәҙерле кешем. Унһыҙ йәшәүемде күҙ алдына килтерә алмайым, — ти улын ҡосаҡлап Регина Туҡаева, — Ул яҙмышымдың һынауы ла, бүләге лә. 16 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ҡаршылыҡтарға бирешмәй йәшәп киләбеҙ.

Регина Салауат ҡыҙы кеүек ирҙәрҙән дә көслөрәк, ҡурҡыу белмәҫ, балалары өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер гүзәл заттар халҡыбыҙ ғорурлығы. Сөнки улар өсөн ғаилә ҡиммәттәре, бала хаҡы иң беренсе урында тора.

2006 йылда аяныслы фажиғәлә Регинаның тормош иптәше Булат Хәсән улы Туҡаевтың ғүмере өҙөлә. Йөрәк аҫтында бәбәйен йөрөткән йәш ҡатын күп йәрәхәттәр алһа ла мөғжизә менән иҫән ҡала. Шул йылдың 25 июлендә Алмаз донъяға килә. Автофажиғә эҙемтәһеҙ үтмәй — сабыйының үҙәк нерв системаһы зарарлана. Ошо көндән алып әсә кеше улының һаулығы, киләсәге өсөн ысын мәғәнәһендә көрәшә. Дауаханаларҙа ятыу, илебеҙҙең төрлө ҡалаларында яҡшы табиптарҙа күҙәтелеү, реабилитациялар үтеү һәм башҡалар.

— Төшөнкөлөккә бирелеп илаған саҡтарым  күп булды. Улым иҫ белә башлағас, икәүләшеп ҡосаҡлашып илайбыҙ ҙа: “Юҡ, беҙ бирешергә тейеш түгелбеҙ. Һыр бирмәҫкә. Беҙҙең хәлдән дә ауырыраҡ яҙмышлылар бар. Йылмайырға! Ауыр булһа ла, бер нимәгә ҡарамай йылмайырға һәм алға!” — тип  үҙ-үҙебеҙҙе йыуатабыҙ. Шулай тормошто, йәшәүҙе яратырға, тыуған һәр таңға һөйөнөргә, матурлыҡты күрергә, тойорға өйрәндек.

Әсәйем Сания Миңнулла ҡыҙы Баязитоваға ҙур рәхмәтлемен. Ул беҙҙе бер ваҡытта ла ташламай. Иң ҡыйын саҡтарҙа ла, бәхетле мәлдәрҙә лә бергә.  

Үҙенсәлекле  баланың донъяға килеүе — һәр ғаилә өсөн ҙур һынау. Кемдер юғалып ҡала, ҡурҡыуға бирелә, кемдер, киреһенсә, ҡәҙерле кешеһе үҙен кәм тоймаһын, өйҙә бикләнеп тик ултырмаһын, тормошоноң һәр мәле сағыу, бәхетле үтһен өсөн тырыша.

Алмазды биш йәшендә күтәреп балалар сәнғәт мәктәбенә килтерҙем. Олатаһы Салауат Сәйфулла улына оҡшап уның йыр башҡарыу һәләте бар. Вокал дәрестәренә йөрөй башланыҡ. Уҡытыусыбыҙ Л.Е.Рыжикова улыма ҙур иғтибар бүлде. Е.Ю.Пинягина фортепьянола уйнарға өйрәтте. Бөгөн Регина Алтынованан гитара буйынса һабаҡтар алабыҙ. Екатерина Егорованың фольклор түңәрәгендә йырлайбыҙ. Башҡаларына ла йөрөр инек, ваҡыт етмәй. Өҫтәүенә быйыл 9-сы класты тамамлайбыҙ, имтихандарға әҙерләнергә кәрәк.

Район мәҙәниәт йорто баштан уҡ беҙҙең “ҡотҡарыу түңәрәге” булды, уның ярҙамы әйтеп бөтөргөһөҙ. Концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу, бындағы аралашыу, йылы мөхит Алмазға оҡшай. Ул  үҙен тыныс һәм ышаныслы тота, — тип улы хаҡында бәйән итте Регина ханым.  

Алмаз бөгөн 1-се Архангел мәктәбенең 9-сы класында белем ала.

— Миңә рус теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле, тарих дәрестәре оҡшай. Ғөмүмән, һәләтле, тәжрибәле уҡытыусыларҙа белем алам. Уларға рәхмәтем сикһеҙ. Класташтарым менән аралашып торам. Владислав Морозов тигән дуҫымды билдәләп уҙғым килә. Ул минең менән ҡыҙыҡлы мажаралы китаптары менән уртаҡлаша. Фәнни-ғәмәли тапшырыуҙар ҡарарға яратам.   Кластан тыш сараларҙы, мәктәптә үткәрелгән байрамдарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам. Районда уҙғарылған концерт программаһында ҡатнашыу минең өсөн әһәмиәтле.

2013 йылда мине “Тамыр” студияһына “Бал ҡорто Мая” йәнһүрәтен башҡорт телендә тауышландырыуға саҡырҙылар. Унда Ҡырмыҫҡаны “башҡортса һөйләштерҙем”. Артабан да хеҙмәттәшлек итергә булыр ине лә бит, юл йөрөүе ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы.

Әсәйем мине төрлө район, республика конкурстарына йөрөтә. 2012 йылдан 2014 йылға тиклем “Таң йондоҙо” район конкурсында 1-се урындарҙы яуланым. 2013 йылда Өфөлә үткән “Һәләттәр йондоҙлоғо” бәйгеһендә 3-сө урынға лайыҡ булдым. Ә 2014 йылда ошо уҡ ярышта махсус приз алыуға өлгәштем. Райондың мәҙәни тормошонда күрһәткән әүҙемлегем бихисап Дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.

Киләсәктә маҡсаттарым ҙур. Үҙемде музыка йәки информатика, айти технология йүнәлешендә һанап ҡарамаҡсымын. Бәләкәй сағымда радиола алып барыусы (диктор)  булырға хыяллана торғайным.

  Бөгөн минең ике ҙур теләгем бар: тәүгеһе — фатирлы булыу һәм икенсеһе — заманса музыкаль-компьютер технологияларын ҡулланып көйҙәр ижад итеү. Әгәр ике бүлмәле фатирыбыҙ булһа, мин берәүһендә студия йыһазландырып, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырыр инем.

Ҡаршылыҡтар мине ҡурҡытмай. Донъяның ҡырыҫ елдәренә баш эймәҫкә, һуҡранмайынса йәшәй алыу — батырлыҡ бит ул. Әсәйем менән өләсәйем мине ныҡ булырға, ҡаушап ҡалмаҫҡа, кешеләргә изгелектәр генә эшләргә, үҙ-үҙеңә ышанырға өйрәтте, — тип һөйләп үтте Алмаз.

Бына шундай яҙмыш һынауҙарҙын үткән Алмаз Туҡаевҡа һоҡланмау мөмкин түгел. Тормошто һөйөүе, рухи ныҡлығы уға ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә ярҙам итә.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: