Инйәр
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Декабрь 2021, 11:05

Бәхетте тиҙерәк табам тиһәң...

Кеше, уны үҙе өсөн генә эҙләһә, таба алмай. 

Бәхетте тиҙерәк табам тиһәң...
Бәхетте тиҙерәк табам тиһәң...

Бер көндө уҡытыусы мәктәпкә шарҙар килтерә. Уларҙы балаларға таратып биргәс, исемдәрен яҙырға ҡуша. Был шарт үтәлгәс, кире йыйып алып, шарҙарҙы коридорға сығарып буташтыра ла биш минутта һәр береһенә үҙ исеме яҙылғанын табырға ҡуша. Тик тәғәйен ваҡыт үтһә лә, үҙ шарын табыусы булмай.

Шунан уҡытыусы яндағы шарҙа кемдең исеме яҙылған, шуны алып эйәһенә тапшырыуҙы һорай. Был юлы инде, ике минут тигәндә, һәр уҡыусы исеме яҙылған шарҙы ҡулында тотоп та тора. Был ябай ғына тәжрибәнән ниндәй һығымта яһай уҡытыусы?

Һауа шарҙары бәхет кеүек. Кеше, уны үҙе өсөн генә эҙләһә, таба алмай. Әгәр ҙә бөтәһе лә бер-береһе тураһында хәстәрлек күрһә, ҡайғыртһа, уны (бәхетте) тиҙерәк табыуға өмөт ҙур.

Бына шулай ябай ғәмәлдәр аша аңлата уҡытыусы бәхет төшөнсәһен уҡыусыларына.

(Интернет селтәренән).
Фото: 10kor.ru

Автор:Гульшат Закирова
Читайте нас в