Ошо көндәрҙә райондың йәштәр эше, физкультура һәм спорт буйынса комитеты “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы менән берлектә Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғи ҡомартҡыһы Торатауға сәйәхәт ҡылды.Сәфәрҙә райондың һәләтле, талантлы, спортсы балалар, шулай уҡ балиғ булмағандар эше исемлегендә торған, ауыр тормош хәлендә ҡалыусы үҫмерҙәр ҡатнашты. Тауҙың түбәһенә күтәрелгәс, туризм буйынса инструктор Олег Авотин Торатау хаҡында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Күңелле сәйәхәт “ялан ашы” менән тамамланды.Алевтина Тиунова,райондың йәштәр эше, физкультура һәм спорт буйынса комитет рәйесе.