Республикала “Экология һәм Башҡортостан Республикаһы ресурстары” дәүләт программаһына ярашлы, шишмәләрҙе төҙөкләндереү дауам итә. Программаны тормошҡа ашырыуҙың төп маҡсаты – халыҡты һаҡлыҡ һыу сығанаҡтары менән тәьмин итеү. Республика ҡаҙнаһынан шишмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре финансланғандан алып 2007 йылдан Башҡортостанда 130 шишмә яңы һулыш алды.Был программа буйынса 12 районда 12 шишмә төҙөкләндерәсәк. Улар – Бишбүләк, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә, Йылайыр, Краснокама, Тәтешле, Ҡариҙел, Хәйбулла, Борай һәм Күгәрсен райондары. Был исемлеккә районыбыҙҙың Мағаш ауылы эргәһендәге “Касашка” шишмәһе лә инде.