Ошо көндәрҙә Оҙондар ауылының мәҙәниәт йорто төҙөкләндеү эштәре менән ҡайнап торҙо. Художество етәксеһе Хәмдиә Хәсәнова хәбәр итеүенсә, бинаға инеү урыны яңыртыу кисерҙе.– Мәҙәниәт бүлегенең хужалыҡ мөдире Дмитрий Машненков етәкселегендә тиҙарала мәҙәни усаҡҡа инеү урыны төҙөкләндерелде. Ҡыйыҡ – ямғыр, ҡар һәм боҙ төшөүҙән һаҡлаһа, ә бинаға баҫҡыс, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн пандус халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Бер рәттән эргә-тирәгә брусчатка түшәлеп, йәм өҫтәлде,- тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Хәмдиә Хәсәнова.