Инйәр
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
2 Август 2021, 15:11

Хужалыҡта ниҙәр бар?

1 августан 30-на тиклем районда ауыл хужалығы иҫәпкә алынасаҡ

Из открытых источников
Фото:Из открытых источников

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы уҙғарыуға нигеҙ документы булып 2005 йылдың 21 июлендәге “Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу” тигән 108-ФЗ һанлы Федераль закон тора.Кесе иҫәп алыу объекттары булып ауыл хужалығы продукциялары етештереүселәрҙең түбәндәге категориялары тора: ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың ярҙамсы һәм башҡа шәхси хужалыҡтары, коммерциялы булмаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ширҡәттәре.2021 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың маҡсаты булып ауыл хужалығында булып үткән структур үҙгәрештәр тураһында рәсми мәғлүмәт алыу, ауыл хужалығы етештереүселәре категориялары буйынса мәғлүмәт алыу, ауыл хужалығы үҫешен күҙаллау.108-ФЗ һанлы Закондың 12-се статьяһы 1-се өлөшөнә ярашлы, иҫәп ҡағыҙҙарында һәм электрон документтарҙа һаҡланыусы объекттар тураһындағы мәғлүмәттәр ҡулланыу өсөн сикләнгән документ булып торалар һәм улар күрһәтелмәй (таратылмай), бары тейешле дәүләт мәғлүмәт системаларын булдырыу өсөн генә файҙаланыла.Районда иҫәп алыусыны махсус кейем, паспорт булған осраҡта ғына булған танытма рәүешендә танырға мөмкин. Республикала был эшмәкәрлектә барыһы 1415 кеше йәлеп ителгән. Районда иһә барыһы өс инструктор участкаһы һәм 21 иҫәп участогы хеҙмәтләнедрәсәк.Һеҙҙе барығыҙҙы ла ауыл хужалығы иҫәпкә алыу кампанияһында ҡанташырға саҡырабыҙ.Галина Фадеева,ауыл хужалығы иҫәпкә алыу буйынса уполномоченныйы.

Автор:Альберт Рахимов
Читайте нас в