Инйәр
+8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
2 Август 2021, 15:55

“Беҙҙән башҡа бер кем дә”

“Беҙҙән башҡа бер кем дә”

Ирина Куркова
Фото:Ирина Куркова

Йыл һайын 2 августа ил десантсылары һәм һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары һөнәри байрамдарын билдәләй. Был иҫтәлекле көн 2006 йылдың 31 майында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән раҫланған.Һауа-десант ғәскәрҙәрен «ҡанатлы пехота», «зәңгәр береттар» тип төрлөсә әйтеп бүләкләһәләр ҙә, улар һәр ваҡытта һәм төрлө хәлдәрҙә лә «беҙҙән башҡа бер кем дә» девизы менән йәшәүсе көслө, ҡыйыу, ышаныслы кешеләр булып ҡала.Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, Һауа-десант ғәскәрҙәренең тарихы 1930 йылдың 2 авгусына барып тоташа. Был ваҡытта Мәскәү хәрби округының Воронеж эргәһендәге Хәрби-һауа көстәре күнекмәләрендә хәрби летчиктар Леонид Минов һәм Яков Мошковский етәкселегендә 12 кешенән торған подразделение тәүге тапҡыр парашюттан һикерә.Элиталы ғәскәрҙәргә алыныу һәм унда хеҙмәт итеү – буласаҡ һалдаттар өсөн әле лә ҙур хыял. Ҡәтғи талаптарға, әлбиттә, бөтәһе лә ярай алмай. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ҡасандыр хеҙмәт иткән ир-егеттәр был турала яҡшы белә.Десантсы һәр яҡлап оҫта: төрлө ҡоралдан да яҡшы ата, парашют менән дә һикерә, хәрби техника менән дә эш итә, уны йөрөтә лә белә. Ҡыҫҡаһы, “ҡанатлы пехота”ға эләгергә теләүселәр тәү сиратта хеҙмәт иткән ваҡытта төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн, физик яҡтан көслө һәм мораль яҡтан әҙер, белемле, ҡурҡыу белмәҫ, сәләмәт тормош алып барырға тейеш, сөнки төрлө һәм күп сәғәтле күнекмәләргә бөтәһе лә сыҙай алмай. Икенсенән, был ғәскәрҙәргә алынырға теләк белдереүселәр үҙҙәренең сыҙамлылығын практикала күрһәтә: йүгереү буйынса бер нисә күнегеү, турникта күтәрелеү һәм башҡа төрлө физик күнекмәләр эшләй.Байрам уңайынан район үҙәгендәге Еңеү паркында тантаналы рәүештә митинг үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Нарбутин, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары буйынса хәрби комиссариат бүлегенең начальник урынбаҫары Сергей Симонов, райондың ветерандар Советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Роберт Фәйзуллин сәләмләп, тыуған илебеҙ өсөн мөһим датаның әһәмиәте хаҡында һөйләне. Осрашыу Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр гөлләмәһе һалыу менән тамамланды.

Автор:Альберт Рахимов
Читайте нас в