Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Март , 08:27

“Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

18 мартта Өфөләге “Торатау” конгресс-холында инде туғыҙынсы йыл рәттән Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үттеКонкурс йыл һайын “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы буйынса үткәрелә.

“Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте
“Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Әүҙем йәмәғәт лидерҙары араһында йыл һайын үткәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар конкурсы Башҡортостандың йөҙөк ҡашына әүерелде һәм республикабыҙҙан ситкә сыҡты. Быйыл конкурста Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе, Төмән өлкәләренән, Татарстандан, Башҡортостандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Тубыл ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыуға бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙың иң яҡшылары бүләкләү тантанаһына саҡырылды. Быйыл тәүге тапҡыр “Ирекмән” номинацияһы булдырылды.
Беҙҙең райондың биш абруйлы ҡатын-ҡыҙы был мәртәбәле бәйгенең финалына үтте. Бына улар: район мәҙәниәт йорто бейеүсеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Миңлеғәле ҡыҙы Мөхәмәтйәрова. Мәҙәниәт өлкәһендә 43 йыл намыҫлы хеҙмәте ваҡытында район мәҙәниәт бүлегенең, район хакимиәтенең, Мәҙәниәт министырлығының күп Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Уның етәкселегендәге “Хазина” һәм “Ихлас” фольклор төркөмдәре бихисап район һәм республика конкурстары ҡатнашыусыһы һәм еңеүсеһе. Билдәле “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһендә улар уҙған йылда гран-при яуланы.
Динә Зиннур ҡыҙы Килмөхәмәтова — Абҙандан. Тормош иптәше Марат Мәғәфүр улы менән өс балаға ғүмер бирәләр. Ире мәрхүм булғас, балаларын бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, гел уңғандар рәтендә ҡала. Ауылда эшләп килгән маскировка (һаҡлау) селтәрҙәре үреү оҫтаханаһына Айрат улын яу яланына оҙатҡас та йөрөй башлай. Ауылдаштарын берләштереп, дәртләндереп тора. Күрше ауылдарға барып, белгәнен күрһәтеп, өйрәтеп ҡайта, яңы алымдарын да үҙләштерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы Айрат махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Көслө рухлы, фиҙаҡәр һалдат әсәһе Динә Зиннур ҡыҙы ирекмәнлек эшен ташламай, башҡа яугирҙәргә ярҙам итеп, үҙенә йыуаныс, күңел тыныслығы таба.
Тәүәкәс ауылының ҡатын ҡыҙҙар советы рәйесе, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе Нурия Зәкиулла ҡыҙы Вәлиева ауылдаштары араһында оло ихтирам ҡаҙанған шәхес. Һәр кемгә йөрәк һүҙе табып, шатлыҡтарын, ҡайғы-кисерештәрен дә эскерһеҙ уртаҡлашып йәшәүсе ағинәй, уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй, өләсәй. Ауылда үткән һәр сарала уның ойоштороу һәләте сағыла. Мәҙәниәт йортонда, мәсеттә Ҡөрьән аштары үткәреүҙә, өмәләр, махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәр өсөн матди ярҙам ойоштороу, һаҡ селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре эшләү, туҡмас, бауырһаҡ әҙерләү, ойоҡбаштар йыйнау — ошо изге эштәрҙе намыҫ менән башҡара. Уның туранан-тура ҡатнашлығында беҙҙең яугирҙәргә, Курск өлкәһендә йәшәүселәргә бихисап ярҙам йыйып тапшырыла, шул иҫәптән һуңғы гуманитар ылау менән “УАЗ” автомобиле ебәрелә.
Халыҡ-ара билдәле марафонсы, ҡул эштәре оҫтаһы Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы Камалетдинова Көмәрле ауылынан. Райондашыбыҙҙы республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә беләләр, Архангел районының “тере легенда”һы тип атайҙар. Күп һанлы наградалары тупланмаһы араһында: Неаполь-2012 (Испания), Финляндия-2017 һәм 2019 йылдарҙа, Эстония-2017, Стамбул, Брест ҡалаларында уҙған Халыҡ-ара, Рәсәйҙә Санкт-Петербург ҡалаһында Бөйөк Еңеүгә арналған “Дорога жизни-2017” марафондар еңеүсеһе тигән миҙалдары һәм башҡа наградалары бихисап.
Ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы республика, күрше өлкәләрҙә һәм Мәскәү ҡалаһында үткән күргәҙмәләрҙең ҡатнашыусыһы, еңеүсеһе. Үҙ ҡулдары менән ҡатын-ҡыҙҙар кейемен, биҙәүестәрен яһап ҡына ҡалмай, боронғоларын тергеҙеү һәм аңлатыу өҫтөндә эш алып бара. “Башҡортостандың сигелгән картаһы” республика проектында төбәгебеҙҙең төрлө район-ҡалаларынан иң шәп оҫталар ҡатнашлығында үҙенсәлекле эште берҙәм көс менән юғары кимәлдә тормошҡа ашырҙы.
Рәмзиә Ғәйсәр ҡыҙы Мозафарова 33 йыл дауамында кешеләрҙең һаулығы һағында тора. Әлеге көндә Заря һәм Убалар ауылдарында фельдшер булып эшләй. Тормош иптәше Ғайса Йәрмөхәмәт улы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем эшмәкәрлеге өсөн БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Саңғы һәм еңел атлетика буйынса район ярыштарының даими ҡатнашыусһы һәм еңеүсеһе. Донбасс халҡына һәм махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ярҙам йыйыу һәм тапшырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Фронтҡа ярҙам өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Абҙан мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең юғары категориялы уҡытыусыһы Фидәлиә Фәрит ҡыҙы Кинйәғолова педагогия өлкәһендә 34 йыл дауамында намыҫлы хеҙмәт итеп, балаларға белем үрҙәрен яуларға ярҙам итә. Дәрестәр үткәргәндә уҡыуҙың традицион формаларын да, яңы алымдарын да берҙәй ҡуллана. Уның уҡыусылары район һәм республика кимәлендәге байтаҡ олимпиада һәм конкурстар еңеүселәре. Намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем эшмәкәрлеге өсөн район мәғариф бүлегенең, район хакимиәтенең һәм Республика Мәғариф Министырлығының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ауылдың һәм райондың йәмәғәт тормошоноң әүҙем ҡатнашыусыһы, “Өмөт” халыҡ театрының артисы. Тормош иптәше Хәлим Хәлимйән улы менән ике ҡыҙға ғүмер һәм тейешле тәрбиә биргәндәр.
Быйыл конкурс финалының төп темаһы — илһөйәрлек, шуға күрә сараға Рәсәй Геройҙарының, һәләк булған яугирҙәрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың әсәйҙәре саҡырылғайны. Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы Рәсәй Геройҙарының, хәрби операцияла хеҙмәт иткән, шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләренә тапшырылды. Әйткәндәй, әлегә тиклем республикала һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә был миҙалға 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.
Шулай уҡ “Ирекмән”, “Мәҙәниәт”, “Медицина хеҙмәткәре”, “Педагог”, “Эшҡыуар ҡатын”, “Оҫтабикә”, “Ағинәй” номинацияларында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Беҙҙең район финалистары Динә Килмөхәмәтова, Вәсилә Камалетдинова, Рәмзиә Мозафарова, Нурия Вәлиева, Рәсимә Мөхәмәтйәрова, Фидәлиә Кинйәғолова Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде.
Сара юғары кимәлдә, илһөйәрлек рухында үтте. тамашасылар күп сығыштарҙы баҫып тыңланы, көслө алҡыштарға күмде. Гүзәл заттарыбыҙ был осрашыуҙан көс-илһам алып, яңы маҡсаттар, хыялдар менән ҡанатланып таралышты.
Физәлиә Ғәниева.
Фото Регина Ишмөхәмәтова тарафынан ебәрелде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: