Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 11:10

Ауыл эшсәндәренә ихтыяж ҙур

Ауырғазы күп профилле колледжының тарихы 1987 йылдан башлана. 

Ауыл эшсәндәренә ихтыяж ҙур
Ауыл эшсәндәренә ихтыяж ҙур

Ауырғазы күп профилле колледжының тарихы 1987 йылдан башлана. Шул йыл 60 уҡыусынан торған тәүге механизаторҙар әҙерләү төркөмө туплана. Мөдире итеп Венера Таһир ҡыҙы Шәрәфетдинова тәғәйенләнә. Район үҙәгендәге училище Стәрлетамаҡ ҡалаһының 77-се һөнәрселек училищеһының филиалы һанала. Иҫке һигеҙ йыллыҡ мәктәп бинаһында урынлашҡан уҡыу йортонда барлығы 19  хеҙмәткәр эшләй. Киләһе йыл һатыусы, тегенсе, хисапсы һөнәрҙәре буйынса бүлектәр асылғас, студенттарҙың һаны күбәйә.

1989  йылдың 4 апрелендә училище үҙаллылыҡҡа дәғүә итә. 1992 йылдан 2002 йылға тиклем уны  Анатолий Алексеевич Девицкий етәкләй. 2002 йылда 145-се һөнәрселек училищеһы эшмәкәрлеге тарҡатылған “Сельхозхимия” ойошмаһының бинаһына күсә. Емерек хәлендәге бина  берҙәм көс менән төҙөкләндерелә.  2002-2015 йылдарҙа Александр Владимирович Простакишин мөдир була. 2014 йылда 145-се һөнәрселек училищеһы Ауырғазы күп профилле колледжының  Архангел филиалына әүерелә. Күп профилле уҡыу йорто статусы бирелгәс, унда һөнәр алыу йүнәлештәре арта.

Александр Простакишиндан һуң,  Наталья Николаевна Сапронова бер ни тиклем ваҡыт мөдир вазифаһын башҡара. 2016-2018 йылдарҙа колледж менән Әлфиә Йыһанур ҡыҙы Йортомбаева идара итә. 2018 йылдан бөгөнгәсә Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы мөдире — Филүс Фәнил улы Бадранов.

Филүс Фәнил улы 145-се һөнәрселек училищеһына 2009 йылда производствоға өйрәтеү буйынса мастер булып килә. 2018 йылда тырыш, белемле, талапсан йәш белгес яуаплы вазифаға тәғәйенләнә.

— Бөгөн филиалда туғыҙ төркөмдә йәмғеһе 223 студент белем ала. Улар ауыл хужалығы производствоһы, дөйөм төҙөлөш эштәре һәм ашнаҡсы-кондитер йүнәлештәре буйынса һөнәрҙәр үҙләштерә. Берҙәм коллективыбыҙҙа биш производствоға өйрәтеү буйынса мастер һәм 10 педагог эшләй. Үҙебеҙҙең студенттарҙан тыш, күрше Белорет, Ҡырмыҫҡалы райондарынан да уҡыйҙар. Бер-ике йыл элек Ғафуринан да уҡыусылар киләләр ине. Ситтәгеләр  өсөн дөйөм ятаҡ, ашхана бар, башҡа бихисап мөмкинлектәр ҙә булдырылған.

Һөнәр алғас, уларҙың һәр береһен эшкә урынлаштырыу йәһәтенән дә булышлыҡ итәбеҙ.  Әлеге заманда ауыл эшсәндәренә ихтыяж ҙур. Ҡыҫҡаһы, ҡулдарына диплом алған студенттарға тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеүҙе мөҡәддәс бурыс тип һанайбыҙ, — ти Филүс Фәнил улы.

Дилара Янбаева.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: