Районыбыҙҙа һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙә йәшәүселәр Гүзәл Рәшит ҡыҙын дауаханабыҙҙың иң яҡшы табиптарының береһе булараҡ беләлер. Ул бик күп тапҡыр үҙенең ауырыуҙарын теге донъянан тартып сығарып, уларға икенсе ғүмер бирҙе. Бик ауыр хәлдә килгән кешеләр ҙә уның бүлексәһенә эләгеп, “яңынан терелде”. Был бер ниндәй мөғжизә лә түгел, ә, тәү сиратта, табиптың һәм, әлбиттә, медицина персоналының оҫта, ойошҡан эшмәкәрлеге. Табип ваҡытын һәм көсөн йәлләмәйенсә һәр пациентҡа ҙур иғтибар бүлә, етди дауалай, хәл-торошо менән ҡыҙыҡһына — торғаны аҡ халатлы фәрештә.
Районыбыҙҙың Благовещенка ауылында тыуы-үҫә ул. Бала саҡтан эшһөйәр, ғәҙел, яуаплы, үҙенә һәм башҡаларға талапсанлығы менән айырылып тора. Ата-әсәһе балаларын үҙҙәре кеүек бала саҡтан эшкә өйрәтеп үҫтерә. Ябай күмәк балалы ғаиләлә үҫһә лә, уның кескәй йөрәгенә табип һөнәренә орлоҡ һалына. Халыҡ сәләмәтлеге һағында торған табип – донъяла иң изге һөнәрҙәрҙең береһе, тип иҫәпләй ул. Урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, һайлаған һөнәре буйынса белем алыу теләге менән йәш ҡыҙ Өфө медицина училищеһына шәфҡәт туташы һөнәренә уҡырға керә. Дипломлы йәш белгес Республика клиник дауаханаһында биш йыл дауамында операция шәфҡәт туташы булып эшләй башлай. Шулай ҙа, табип булыу хыялы менән янған ныҡышмалы ҡыҙ, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эше факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап ҡулына диплом алғас, интернатуранан һуң тыуған районына эшкә ҡайта.
Пациенттар һәм коллегалары Гүзәл Рәшит ҡыҙын егәрле, мөләйем, изге күңелле, һәр кем менән дә асыҡ күңелле кеше булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Ете йыл дауамында үҙәк район дауаханаһының стационарында неврология һәм паллеатив бүлегендә эшләй, бынан тыш поликлиникала ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Шулай уҡ, бындай етди йөкләмәгә ҡарамаҫтан, Гүзәл Рәшит ҡыҙы ил өсөн ауыр ваҡытта хәйриә эшмәкәрлеге өсөн дә ваҡыт таба. Коллегалары һәм бер туған апалары ярҙамында ул махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм формалаштырыуҙа әүҙемлек күрһәтә.
— Беҙ махсус хәрби операция башланғандан алып был эш менән шөғөлләнә башланыҡ. Тәү сиратта, әлбиттә, медикаменттар, дарыуҙар, беренсе ярҙам саралары, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары йыябыҙ. Шулай уҡ, яугирҙәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, сәтләүек, шоколад, кәнфиттәр кеүек тәм-томдарҙан торған, йәғни углеводтар һәм туҡлыҡлы матдәләренә бай, кеҫәгә һыймалы бәләкәй пакеттар әҙерләйбеҙ. Уларҙы райондағы гуманитар ылау менән ебәрәбеҙ йә туранан-тура үҙҙәренә тапшырабыҙ, — ти әңгәмәсем. Уның гуманитар эше юғары баһалана — үткән 2024 йылда Гүзәл Рәшит ҡыҙына Оборона министрлығынан “Махсус хәрби операцияға ярҙам иткән өсөн” миҙалы тапшырыла.
Төп эшенә әйләнеп ҡайтҡанда, әңгәмәсем үҙенең һөнәренең ҡатмарлылығы — ауырыуҙың йыуанысһыҙ диагнозын белеп тә ауыр ҡабул итеүе һәм, киреһенсә, пациенттарҙың һауығыуы, эшенең ыңғай һөҙөмтәһен күреүе илһамландырып, артабан тырышырға этәргес көс булып тороуы тураһында һөйләй:
— Сирлеләр төрлө була, сәләмәтлеккә бәйле проблемаларҙы хәл итеүҙән тыш, кешене тыңлай белергә, уға ярҙам итергә, ә ҡайһы саҡ айырыуса тәьҫирле пациенттарға кәңәшсе лә булырға тура килә беҙгә.
Башҡаларға ярҙам итеү – минең изге бурысым. Пациенттарымдың рәхмәтле ҡараштары эшемдең төп баһаһы тип уйлайым, – тип һүҙен тамамланы Гүзәл Рәшит ҡыҙы.
Физәлиә Ғәниева.
(фото ғаилә архивынан алынды)