Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Юлдарҙы йомғаҡлау” (“Дорожные итоги”) тигән брифинг үткәрелде. Тапшырыуҙы “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов алып барҙы.
Республика халҡы алдында экрандан Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова, уның беренсе урынбаҫары Виктор Жульков, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юл төҙөү, ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралығы етәксеһе Константин Паппе, Башҡортостандың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе Илья Крюков, Республикаға идара итеү үҙәге етәксеһе Дмитрий Черенков сығыш яһанылар һәм тамашасыларҙан килгән һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Республикабыҙҙа юлдарҙың сифаты йылдан-йыл яҡшыра бара һәм быны күрһәткестәргә ҡарап та белергә мөмкин. Әлегә яҡынса иҫәпләүҙәргә ярашлы, Башҡортостанда быйыл 1300 километр төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәтле юл ремонтланған, 56 километр магистраль күтәрелгән һәм реконструкцияланған, 460 километр күпер норматив хәлгә килтерелгән, 200 километр яңы күперҙәр һалынған. Быйыл юлдар һалыуға һәм ремонтлауға республиканың Юл фондынан 36,6 миллиард һум бүленгән.
Ағымдағы йылда республика юлдарында 18 873 юл билдәләре ҡуйылған һәм яңыртылған, 278 километрлыҡ барьерҙар һәм йәйәүлеләр өсөн тупһалар урынлаштырылған, 285 яһалма тигеҙһеҙлектәр яһалған, 86 светофор ултыртылған, 84 километр тротуар һалынған, 321 километр яһалма яҡтыртыу эшләнгән. 2022 йылдан алып юлдарҙы энергетик яҡтан йоғонтоло яҡтыртыу проекты тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәләренә ярашлы, күп эштәр башҡарыла һәм бығаса булмаған яңыртыу тормошҡа ашырыла. Радий Фәрит улының башланғысы менән, мәҫәлән, быйыл “фонлаусы” юлдарҙы ремонтлау программаһы ҡабул ителде, уның үтәлешенә дүрт миллард һум бүленгән. Бынан алты-ете йыл элегерәк республиканың юл фонды 16 миллиард һум самаһы тәшкил итһә, һуңғы өс йылда был күләм ике тапҡырға артты.
Брифинг барышында видеобәйләнеш аша Яңауыл районы етәксеһе Салауат Ғилмиев һәм башҡалар эфирға сыҡты, алып барыусының һорауҙарына яуап бирҙе.
Сәғәт ярым барған брифингка тамашасыларҙан 37 һорау килде. Улар нигеҙҙә Яңауыл – Үрге Тәтешле, Саҡмағош – Дүртөйлө, Ергән – Нордовка – Стәрлебаш, Баймаҡ – Ишбирҙе юлдарын ремонтлауға ҡағылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республика етәксеһе күптән түгел үткәргән телевизион “тура бәйләнеш” барышында ла Радий Фәрит улына тамашасыларҙан 9 254 һорау килһә, уларҙың 946-һы юлдарға ҡағылышлы булды.
Рөстәм Сәғиҙуллин, Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығының Архангел участкаһы начальнигы:
- Хәҙерге заманда Рәсәйҙә юлдар үтеп инмәгән төбәктәр, ауылдар юҡ, ләкин уларҙың торошо һәр ерҙә төрлөсә. Заманса юлдар транспорттың имен хәрәкәтен тәьмин итә, халыҡтың тормош кимәлен, республиканың, райондың иҡтисади йөҙөн һәм инвестицион йәлеп итеүсәнлеген билдәләй. Шуға юл тармағын үҫтереү стратегик әһәмиәттәге бурыс булып тора. Уларҙың сифаты, төҙөклөгө тап ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәре иңендә. Әлбиттә, үҙ һөнәренә тоғролар ғына был бурыстарҙы үтәй ала.
Райондың дөйөм ҡулланыштағы юлды “Башкиравтодор” акционер йәмғиәтенең Архангел участкаһы хеҙмәтләндерә. Уның сифаты, айырыуса ҡыш мәлендә, төпкөл ауылдарға автомобилселәр өсөн ҡарҙан таҙартыу беҙҙең бурыс булып тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Ағымдағы йылда Валентиновка ауылына илткән автомобиль юлында (бер километр) һәм район үҙәгенең Йәшел урамында (1,5 километр) асфальт ҡатламын яңырттыҡ. Киләһе йылда Архангел-Красноусол һәм Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында асфальт менән яңыртыласаҡ.