Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь , 15:38

Яугир ялға ҡайтты

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ менән күрешеп-осрашыу үҙе бер ҡыуаныслы мәл. Сөнки, ир-егеттәребеҙҙең хәлдәрен белеп күңел тыныслана, шундай ҡаһарман яҡташтарыбыҙ булыуына ғорурлыҡ хисе тыуа.

Яугир ялға ҡайтты
Яугир ялға ҡайтты

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ менән күрешеп-осрашыу үҙе бер ҡыуаныслы мәл. Сөнки, ир-егеттәребеҙҙең хәлдәрен белеп күңел тыныслана, шундай ҡаһарман яҡташтарыбыҙ булыуына ғорурлыҡ хисе тыуа.
Тирәкле ауылы егете менән миңә лә ошо көндәрҙә күҙгә-күҙ ҡарашып, һөйләшеп алыу насип булды. Ғәзиз 1987 йылда районыбыҙҙың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан һоҡланғыс ауылында тыуып-үҫеп буй еткерә. Шуға ла уның эскерһеҙлеге, күркәм сифаттарҙы өҫтөн ҡуйыуы һиҙелеп тора. Артабан Өфө ҡалаһында иретеп-йәбештереүсе һәм ташсы һөнәрен ала. Ике йыл Ҡабарҙы-Балҡарҙа сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт бурысын үтәй. Әрме хеҙмәтенән һуң, Өфө ҡалаһына эшкә урынлашып, ауылда туғандары ярҙамында өй төҙөй.
Мобилизация башланғас, уны беренселәрҙән булып Ватанды яҡларға саҡыралар. Егеттәрҙе тантаналы шарттарҙа Архангелдән Өфөгә оҙатып, артабан Ҡазанға, унан Һарытау өлкәһенең хәрби әҙерлек үтергә ебәрәләр.
Әлеге көндә яугир 99-сы мото-уҡсылар полкында снайпер булып хеҙмәт итә. Уның һөйләүенсә, кисә генә ғәҙәти тормош менән йәшәгән егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өлкәнәйеп киткәндәр. Тирә-яҡта атыш һәм шартлауҙар яңғырағанда, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.
— Күптәребеҙ тормошҡа ҡарашын үҙгәртте, еңел-елпелек һәм уйламай эш итеү. Унда, хәрби хәрәкәттәр барған ерҙә, беренсе урынға үҙ-ара ярҙамсыллылыҡ, намыҫлылыҡ һәм ҡыйыулыҡ сыға. Бигерәк тә десант-штурмлау батальоны яугирҙәренән күп нәмәгә өйрәндек, әйтәйек, хәрби хәрәкәттәр шарттарында йәшәү ысулдарына, беренсе ярҙам сараларына, төрлө ҡорал менән эш итеүгә. Ике йыл эсендә бер-беребеҙ менән туғанлашып бөттөк.
Ғәзиз әйтеүенсә, ашарға ҡытлыҡ юҡ. Үҙәкләштерелгән туҡланыу өс тапҡыр ойошторолған: бутҡалар, аштар килтерәләр. Асығып киткәндәр блиндажда йомортҡа, колбаса ҡыҙҙырып алалар. “Тағы ла ярмалар, йәшелсә бирәләр һәм беҙ урында ла бешереп ашайбыҙ”, – тип өҫтәне ул.
—Ҡурҡыу бармы? — тигән һорауға уяугир, етдиләнеп:
— Ауыр шарттарҙа төрлөһө булды, бигерәк тә тәүҙәрәк, әммә ваҡыт үтеү менән, иң ныҡлы, сыҙамлы кешеләр сафта ҡала, — тип яуапланы.
Әсәһен, туғандарын, ауылдаштарын һағынып ҡайтҡан Ғәзиз һәр береһе менән осрашып, аралашып, күңелен бушатҡан.
— Ауылдың һауаһы ла һулап туйғыһыҙ, ямғыры яуһа ла рәхәт, күңелгә тыныс. Әлеге көндә яңы йортҡа төҙөлөш материалдары өҫтәп алдым, ҡышҡа күсерлек булһын тип тырышам.
Унан мөмкинлек булғанда өйгә шылтыратам. Дөйөм алғанда, барыһы ла яҡшы. Тыуған ил саҡырған икән, тимәк, урыныбыҙ сафта. Беҙ тыуған Башҡортостан да, Рәсәй алдында ла һынатмаҫбыҙ, — тип һүҙен тамамланы яугир.
Ҡәҙерлеләрен көткән әсәләр хаҡына һалдаттарға Хоҙай иҫән-һау ҡайтырға насип итһен.
Физәлиә Ғәниева.
2-14-78, 2-11-58 — контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылырға теләгәндәргә бәйләнеш өсөн военкомат телефондары

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: