Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь , 15:42

“Йәй һылыуы” — 2024

Район мәҙәниәт йортонда үҫмер ҡыҙҙар араһында ижади конкурс үтте. “Йәй һылыуы” исеменә районыбыҙҙың ауыл биләмәләренән 9-12 йәшлек туғыҙ һөйкөмлө ҡыҙ ярышты. Был сағыу ваҡиға матурлыҡ һәм һәләт сараһы ғына түгел, ә ғаилә ҡиммәттәре байрамы ла булды.

“Йәй һылыуы”  — 2024
“Йәй һылыуы” — 2024

Сара ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙан башланды. Уларҙың һәр береһе үҙе, үҙенең мауығыуҙары, һәләттәре һәм өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Ғаилә йылы сиктәрендә ҡыҙҙар ғаилә ҡиммәттәрен айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алып, ата-әсәләре, туғандары менән мөнәсәбәттәре, ғаилә йолалары һәм мауығыуҙары хаҡында бәйән итте.
Конкурстың икенсе этабы “Яҡшы кешеләр күҙенә күренеп” дефилеһы ысын кейемдәр парадына әүерелде. Уның барышында беҙҙең бәйгеселәр бөтә һомғоллоҡтарын, сәхнәлә тота белә алыуҙарын күрһәтә алды. Ҡатнашыусылар кейемдәрен йәшәгән төбәккә хас орнаменттар менән сигеү элементтарын ҡулланып әҙерләгән. Был матурлыҡ һәм нәфислекте сағылдырыу ғына түгел, ә мәҙәни мираҫты хөрмәт итеү ҙә булып торҙо. Һәр сығыш ҡыҙҙарҙың үҙенсәлектәрен, ҡабатланмаҫ образдарын һәм бай ижади фантазияһын сағылдырҙы.
Ярыштың һуңғы “Һәләттәргә йомарт тыуған яҡ” этабында балаларҙың ижади һәләттәре асыҡланды. Ҡатнашыусылар ғаилә тематикаһына арналған сағыу сығыштар әҙерләгән. Улар әсәй, атай, ғаилә тураһында йырҙар, шиғырҙар башҡарҙы, ғаилә ҡиммәттәре тураһында бейеү спектаклдәрен тәҡдим итте. Һылыуҡайҙар йыр-бейеүгә лә оҫта, сәсән телле лә икән!
Мәҙәниәт, мәғариф һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән торған жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың сығыштарын юғары баһаланы. Шулай итеп, иң тулҡынландырғыс мәл дә етте. Бер конкурсант та иғтибарһыҙ ҡалманы. “Иң модалы ҡыҙ” номинацияһында Смирнова Диләфрүз (Максим Горький), “Иң һөйкөмлө ҡыҙ”ҙа — Агабаева Данилә (Ҡыҫынды), “Иң һоҡланғыс ҡыҙ”ҙа — Ярмуллина Амелия” (Архангел), “Иң матур йылмайыусы ҡыҙ”ҙа — Сәйфуллина Азалия (Муллаҡай), “Иң һомғол ҡыҙ”ҙа — Альгина Анжела (Баҡалды) еңеүсе тип танылды. “Тамашасы һөйөүе” онлайн-конкурсының еңеүсеһе (7548 тауыш йыйып) тип Юлбарисова Русалина иғлан ителде.
Өсөнсө урынға Яҡшымбәтова Индира (Архангел) сыҡһа, икенсегә Йәрмуллина Амелия лайыҡ булды, беренселекте иһә Юлбарисова Русалинаға яуланы (Архангел). Бөтә конкурстар йомғаҡтары буйынса, Благовещенка ауылынан Нурисламова Ринэль “Йәй һылыуы”-2024 исеменә дәғүә итеп гран-приға өлгәште.
Сара иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу менән тамамланды.
“Йәй һылыуы-2024” конкурсы сағыу тамаша ғына түгел, ә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өсөн мөһим ваҡиға ла булды. Ундв матурлыҡ һәм һәләт ғаилә ҡиммәттәре менән айырылғыһыҙ бәйләнгәнлеге күрһәтелә, улар шәхестең гармониялы үҫешенең нигеҙе булып тора.
Афарин, һылыуҡайҙар! Һәр ваҡытта ла сибәр, йәй ҡояшылай балҡып тороғоҙ.
Сәриә Мағазова,
район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: