Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь , 15:44

Мәктәп – ул тормош башланғысы, мәктәп – ул тарих һәм хәтер...

Йылдар үтһә лә, ҡыңғырау сыңы, яратҡан мауыҡтырғыс дәрестәр, күңелле тәнәфестәр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар, конкурстар, сәйәхәттәр – шаулы мәктәп йылдары үҙенең иҫтәлектәре менән һәр саҡ һағындырып торасаҡ.

Мәктәп – ул тормош башланғысы, мәктәп – ул тарих һәм хәтер...
Мәктәп – ул тормош башланғысы, мәктәп – ул тарих һәм хәтер...

Йылдар үтһә лә, ҡыңғырау сыңы, яратҡан мауыҡтырғыс дәрестәр, күңелле тәнәфестәр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар, конкурстар, сәйәхәттәр – шаулы мәктәп йылдары үҙенең иҫтәлектәре менән һәр саҡ һағындырып торасаҡ. Мәктәп тарихын уҡытыусылар, уның уҡыусылары яҙа. Күпме балаға белем биргән, тормошҡа юл күрһәткән Тирәкле мәктәбе ошо көндәрҙә 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. “Рәхим итегеҙ, хуш килдегеҙ!” тип ҡаршылайҙар, һағынып ҡайтыусы һәр уҡыусыһын, бөгөн белем усағында. Тыуған көнөндә ул төрлө йәштәге кешеләрҙе бер ҙур, дуҫ ғаиләгә берләштерҙе.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, алдағы йылдарҙағы сығарылыш уҡыусыларын, ата-әсәләрҙе ҡапҡа төбөндә үк аҡ алъяпҡыстарҙа, күбәләк ҡанаттарындай елпелдәп торған таҫмалар таҡҡан ҡыҙҙар төркөмө үҙҙәренең дәртле бейеүе менән ҡаршы алды. Ҡымыҙ-бауырһаҡтан ауыҙ итеп, ҡурайсылар ансамбленең дәртле көйҙәре оҙатыуында барыһы ла мәктәп түренә үтте.
Сара экскурсиянан башланды. Ике ҡатлы бинала ҙур, иркен спорт залы, ашхана, яҡты кластар, китапхана, бөтә ауыл, мәктәп тарихын яҡтыртҡан музей ҙа булдырылған.
Мәктәп музейы 2010 йылдан эшләп килә. Ул бала күңелендә тыуған еренә, тәбиғәтенә, халҡына, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уята, бөгөнгөнө үткән менән тоташтыра, тәрбиә усағы булып тора. Ауылдың тарихын сағылдырған, тәбиғи, этнографик ҡомартҡылар, фотоһүрәттәр менән байытылған биш бүлектән тора. Төп фондта 197 экспонат иҫәпләнә. Ғилми-ярҙамсы фондта 114 предмет. Музейҙа күренекле ауылдаштарға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл эшсәндәре, хеҙмәт батырҙарына, тыуған ерен һаҡлап яу юлы үткән яугирҙәргә, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға, ауылдың шәхестәренә, спортсыларына айырым стендтар ҡуйылған.
Артабан ҡунаҡтар “Үҫеш нөктәһе” белем программаһы буйынса эшләгән химия, физика, информатика кабинеттары, йәнә “Беренселәр хәрәкәте”, мәктәп медиаүҙәге эше, мәктәп тормошон сағылдырған бай фотоһүрәттәр менән танышты. Балаларҙың сағыу ҡул эштәре күргәҙмәһе белем усағында уларҙың тәрбиәһенә һәр яҡлап иғтибар бүленгәнен дәлилләй.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ҡунаҡтарҙы берҙәм зауыҡлы костюмдарҙан кейенгән уҡытыусылар коллективы ҡаршы алды. Шулай итеп, улар балаларҙа үҙ өлгөһөндә тәртип, стиль тойғоһо тәрбиәләй, эшлекле әҙәп донъяһының өлгөһө булып та тора.
Алдан килеүселәр тантана үтәсәк залдағы ҙур экранда фото һәм видеоролик ҡарап күңел кинәнесе кисерҙе. Байрамса биҙәлгән сәхнә түренә мәктәп директоры Эльвира Хәсәнова саҡырылды. Ул барыһын да 20 йыллыҡ байрам уңайынан ҡотлап, үҙе етәкләгән уҡыу йортоноң үткәне, бөгөнгөһө тураһында ентекле һөйләне, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.
— Мәктәптең 20 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршылауыбыҙға ысын күңелдән шатбыҙ. Заман һулышын тойоп, изге маҡсаттар ҡуйған белем усағы артабан тағы бейегерәк үрҙәр яулар әле. Киләсәктә лә ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булып, белем усағын һүндермәйенсә йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүен дауам итһен. Мәктәп үҙ ҡиблаһын юғалтмаһын, ҡыңғырау тауышы бер ҡасан да тынмаһын!
Тирәкле урта мәктәбе уҡыусылары төйәк, тел, моң ҡәҙерен нығыраҡ аңлап, өлгө булырҙай халҡы, батыр улдары менән ғорурланып, үҙҙәре лә киләсәктә лайыҡлы алмаш булып үҫерҙәр, —тине ул.
Артабан ҡотлау өсөн һүҙ район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлингә бирелде. Ул мәктәп коллективын, ата-әсәләрҙе, саҡырылған ҡунаҡтарҙы байрам менән тәбрикләне, шулай уҡ Винера Сәйфетдин ҡыҙы Фазылованы, Алина Харис ҡыҙы Ғилманованы, Гөлсинә Ғәлләметдин ҡыҙы Фазылованы, Нурсилә Әбделғәней ҡыҙы Сәйфуллинаны район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Унан һуң сығыш яһаусы район Советы рәйесе Леонид Семенчук тирәклеләҙең һәр саҡ өлгөлө тәртибе, төплө белемдәре, илһөйәрлектәре менән дан тотоуҙарын билдәләп үтте. Вәлиә Сабирйән ҡыҙы Сәғитдиноваға, Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы Шаһиеваға Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Байрам ҡунағы, “Архангел районы яҡташтар Союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, мәктәп төҙөлгән осорҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары вазифаһын биләүсе яҡташыбыҙ Венера Шәрәфетдинова өсөн был юбилей айырыуса ныҡ яҡын. Бинаны булдырыуҙа, уның нигеҙен һалыуҙа Венера Таһир ҡыҙының да өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Ваҡыт үтеү менән мәктәптең яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә шатланып, уҡытыусыларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәтен белдерҙе ул.
Мәктәп төҙөтөүҙә, уҡытыу системаһында тығыҙ бәйләнештә булған элекке мәғариф бүлеге етәксеһе, әлеге көндә район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова матур теләктәр теләп, мәктәп китапханаһына китаптар бүләк итте.
Ҡотлау һүҙҙәре менән район мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова сығыш яһап, бер төркөм уҡытыусылар Римма Ғәлинур ҡыҙы Сираеваға, Нәфисә Вәкил ҡыҙы Мозафароваға, Олеся Шамил ҡыҙы Юлыбаеваға һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре Гөлиә Илдар ҡыҙы Мозафароваға, Зилә Исмәғил ҡыҙы Дәүләтшинаға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
БР Мәғарифты үҫтереү институты профессоры, филология фәндәре докторы Наилә Исҡужина, педагогик хеҙмәт ветераны, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, СССР һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Фәниә Әсәҙуллина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынба-ҫары вазифаһын башҡарыусы Динара Хисамова тирәклеләрҙе матур юбилей менән ҡотланы.
— Ауылыбыҙҙы төҙөкләндерәйек, был уҡыу йортон тамамлап, ҡайһы ғына тармаҡтарҙа хеҙмәт итһәгеҙ ҙә, тыуған төйәкте онотмағыҙ, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙығыҙ, бергә-бергә йыйылышып, матур байрамдар үткәреп торайыҡ, — тигән теләктәрен еткерҙе Баҡалды ауыл хакимиәте башлығы Урал Шаһиев. Байрам уңайынан ул мәктәпкә принтер бүләк итте.
Тирәкле мәктәбенең элекке директоры Әлфирә Баһауетдинова үҙе эшләгән йылдар хәтирәләрен яңыртты. Үҙ телмәрендә ул мәктәп төҙөлгән осорҙағы район етәкселәренә, хеҙмәттәштәренә, ата-әсәләргә һәм бик күптәргә йылы һүҙҙәрен әйтеп үтте.
Сараның хөрмәтле ҡунаҡтары — уҡытыусы-ветерандар: Ғәйсәр Хәбибрахман улы Ҡанзәфәров, Флүзә Сәйфулла ҡыҙы Моратова, Әлфирә Вәкил ҡыҙы һәм Фаяз Иҡсан улы Баһауетдиновтар, Венера Барый ҡыҙы Сәйфуллина элекке хеҙмәттәштәре тарафынан иғтибарға, ихтирам тулы яҡшы һүҙҙәргә һәм сәскә гөлләмәләренә күмелде.
Ниндәй байрам йыр-бейеүһеҙ булһын инде! Сараның сағыу биҙәге — балаларҙың, элекке йылғы сығарылыш уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт программаһы: Заһир Ғәниевтең, Лилиана Сиражетдинованың моңло йырҙары, Таһир Ғәниевтең гармун көйҙәре, ҡыҙҙарҙың “Самауыр”, мәктәп бейеү ансамбленең “Төҙөүселәр”, Рәсимә һәм Заһир Ғәниевтәрҙең “Зилалай” бейеүҙәре, егеттәр башҡарыуында “Ай-һай, Салауат” йыры тамашасылар тарафынан көслө алҡыштарға күмелде. Уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың йыйылма хоры башҡарыуында “Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары” йыры осрашыуға айырым йәм өҫтәне.
Был сара беренсе сентябрь байрамын хәтерләтте — бөтә ерҙә лә сағыу, хуш еҫле гөлләмәләр, изге теләктәр, шатлыҡлы күҙ йәштәре, иҫтәлеккә яратҡан уҡытыусылары һәм класташтары менән фотоға төшөүҙәр... Тик бына уҡыусылар ғына бер аҙ үҫкән, етди төҫ алған, күптәре үҙҙәре атай-әсәй ҙә булып өлгөргән. Һәм, әлбиттә, байрам уңайынан элекке уҡыусылары кәнсәләрҙән алып төрлө офис техникаһына тиклем һәр ваҡыт кәрәкле булған бүләктәрен бирҙе.
Был кисәлә “Мәктәп — ауылдың йөрәге” тигән бик тапҡыр һүҙҙәр әйтелгәйне. Эйе, унда балаларҙың шат тауыштары ишетелә икән, тимәк ауылдарҙың киләсәге лә өмөтлө. Шундай матур белем усағына аяҡ баҫыу менән, ошо мәғрифәт үҙәге ауылға йәм биреп торһон, ҡыңғырау тауышы тынмаһын ине тигән теләк тә үҙенән-үҙе тыуа.
Был көндө уҡыу йорто моңға, рәхмәт һүҙҙәренә тулды. Һәр кем бында алған белем-тәрбиәгә тоғролоҡ һаҡлауын, рухлы, эшһөйәр булыуҙарын билдәләне. Әле 20 йыллыҡ йәш юбилейын билдәләүсе Тирәкле мәктәбенең киләсәктә лә ғорурланырлыҡ уҡыусылары булып, йөрәге тулы ҡеүәтенә тибер тигән теләктә ҡалабыҙ.
Физәлиә Ғәниева.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: