Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь , 15:52

Һайлау — 2024

Тирәкле мәктәбе бинаһында урынлашҡан 879-сы һайлау участкаһында иртәндән йәнлелек күҙәтелде, барыһын да бында дәртле музыка саҡырып торҙо, ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтте.

Һайлау — 2024
Һайлау — 2024

Рәсилә һәм Филүс Ҡотләхмәтовтар ғаиләһе иң беренселәрҙән булып килеп үҙ тауыштарын бирҙе. Биш бала ата-әсәһе гражданлыҡ бурысын үтәүгә һәр саҡ етди ҡарай. Тағы ла ошо һайлау көндәрендә ғаилә башлығы Филүс Ғәлимйән улы үҙенең 45 йәшлек юбилейын да ҡаршыланы.
Гөлсинә һәм Миңнулла Ғәниевтәрҙең күмәк балалы ғаиләһендә һайлау хоҡуғы булғандарҙың һаны бишәү, улар һәр саҡ әүҙем, берҙәмдәр.
Йәштәр ҙә мөһим саранан ситтә ҡалманы. Рәмил Искәндәров ЮХХДИ хеҙмәткәре, һайлау участкаһына төнгө дежурствонан һуң бында юлланған.
Вәхитовтарҙың ғаилә башлығы Айтуған Сәйетгәрәй улы өс ҡыҙы менән шау-гөр килеп керҙеләр. Араларынан иң кесеһе Ирина һайлауҙа беренсегә ҡатнаша, әлеге көндә Өфөнөң М.Аҡмулла исемендәге БДПУ филиалы колледжында белем ала. Уға участка рәйесе Сирен Моратова иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.
Аделина Нәжметдинова Өфө дәүләт медицина университетының фармацевтика факультетының икенсе курсында белем ала, һайлауға ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе — өләсәһе Фирүзә Сәйфуллина менән бергә килгән.
— Ил кимәлендәге саралара ҡатнашыу ҡыҙыҡ та, яуаплы ла, тулҡынландырғыс та, — ти йәш ҡыҙ. Үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәргә тейешмен, тип уйлайым. Республика киләсәге кемдең ҡулында булыуы миңә барыбер түгел.
Көндөң икенсе яртыһында ситтән тауш биреүселәрҙең адрестары буйынса комиссия ағзалары күсмә урна менән йөрөп сыҡты. Үҙәк урамдың иң башында йәшәүсе Зәйтүнә Әсәҙуллина һайлау комиссияһы ағзаларын йылмайып, әйҙүкләп ҡаршы алды. 85 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәйҙең донъяһы бөхтә, шау сәскәгә күмелгән. Лайыҡлы кандидат өсөн тауыш биргәс, изге теләктәрен әйтеп бюллетенде урнаға төшөрҙө.
Күршеһендә генә МХО яугиренең ата-әсәһе Гөлфиә Һәм Илдар Сәфиуллиндар йәшәй. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың баҡсаларында ишелеп йәшелсәләр өлгөргән, Гөлфиә апай ҡышҡа буйтым йылы ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләп һалған.
Оло йәштәге хеҙмәт ветераны, бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, бихисап дәүләт наградаларына эйә булған Рафаил Имаметдин улы Мозафаров һайлауға һәр саҡ яуаплы ҡарай. Кандидаттарға ҡарата мәғлүмәт менән таныш, кемгә тауыш бирергә лә алдан билдәләп ҡуйған.
— Тауыш биреүҙә ҡатнашыу — мөһим бурыс. Яҡташтарыбыҙ ил һәм республика яҙмышына битараф булмауын күрһәтергә тейеш. Яуаплы булайыҡ! — тине ул.
Был ваҡытта һайлау участкаһында килгән кешеләрҙән ҙур булмаған сират барлыҡҡа килде. Ауылдан ситтә йәшәгән һәм эшләп йөрөүсе халыҡ: “Ағиҙел” дәүләт художество унитар предприятиеһының төп рәссамы Руслан Камалов, данлы “Гүзәл-денс” бейеү ансамбле солисткаһы Дилара Фәйзуллина, Өфө ҡалаһы полиция хеҙмәткәре Светлана Кәбирова, 63-сө һанлы янғын һүндереү часы начальнигы Таһир Фазылов, район нотариусы Ирина Хәлилова, үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Лилиә Әсәҙуллина ла үҙ гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты.
Күптәр һайлауға ғаиләләре менән: педагогик хеҙмәте ветерандары — Флүзә Сәйфулла ҡыҙы Моратова һәм Ғәйсәр Хәбибрахман улы Ҡәнзәфаров, Әлфирә Вәкил ҡыҙы һәм Фаяз Иҡсан улы Бәһауетдиновтар, Венера Барый ҡыҙы Сәйфуллина тормош иптәше Дамир Фәхретдин улы менән, хеҙмәт ветерандары — Әлфиә Ҡотләхмәтова һәм Рәшит Нәжметдинов, Хөснә һәм Мөхәмәт Ғәлиәкбәровтар, Бибинур һәм Мәүлит Фәйзуллиндар, яңы ғына өйләнешкән парҙар — Гүзәлиә һәм Илсур Сәйфуллиндар, Гүзәл һәм Айгизәр Вәхитовтар, йәш ата-әсәләр Алина һәм Данил Үҙәнбаевтар ике айлыҡ улдары Әмин менән, Тирәкле ауылының “Ихлас” мәсете имам-хатибы Рәүеф хәҙрәт Минйәшев һәм тормош иптәше Зинира ханым, ауылдың йәмәғәт эштәре әүҙемдәре — Гөлнур һәм Фанияз Моратовтар, Гөлфинә һәм Илдус Йыһаншиндар килгән. Әйткәндәй, әүҙем йәмәғәтселәренең береһе Гөлшат Шәрәфетдинова ғаиләһендә ҙур шатлыҡлы ваҡиға — ҡыҙҙары Айһылыу һәм кейәүе Риваздың ҡыҙҙары Неляға һайлау көнө исем туйы уҙғарҙылар.
Тауыш биреү көндәрендә Тирәкле ауылы әүҙемдәре-волонтерҙары тарафынан маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресе, мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө күңел асыу, спорт саралары ойошторолдо.
Ауылдың “Йәнгүзәл” фольклор төркөмө ағингәйҙәре үҙҙәренең йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре, илһөйәрлек рухлы шиғырҙары менән йыйылыусыларҙы һөйөндөрөп киттеләр.
Был мөһим сараға мәртәбәлек өҫтәп Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Уразғолов Тимерғәли Рәлис улы ҡунаҡҡа килде. Ул халыҡ менән танышып-аралашып, һорауҙарға яуаптар бирҙе, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Ҡыҙғы клубында байрамса кейенгән “Миләштәр” төркөмө апайҙары ауыл халҡын йыр-бейеүҙәр, көләс йөҙ менән ҡаршы алып торҙо. Тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡан йәштәр тәбрикләнде. Ҡыҙғылар һәр ваҡыттағыса дәртлеләр, афарин!
Оҙондар ауылындағы 898-се һайлау участкаһында махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп ҡыҫҡа ваҡытлы ялға, ҡайһыныһы яраланыу сәбәпле ҡайтҡан райондаштарыбыҙ гражданлыҡ бурыстарын үтәргә килгән. Шулай уҡ бында 50 йыл бергә таңдарҙы ҡаршылап-оҙатыусы Сания һәм Ғаян Лоҡмановтар, күп балалы Олеся һәм Илдус Урмановтар ғаиләләре иң тәүгеләрҙән булып үҙ тауыштарын бирҙеләр.
Троицк ауылының 888-се һайлау участкаһында “Рәсәй оҫталары менән дан тота” исемле ҡул эштәре күргәҙмәһе әҙерләнгән ине. Бында Карташевканан 92 йәшлек Анна Павловна Жернавкова ла үҙ гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты.
Максим Горький ауылының “Шәфҡәтлелек” интернат-йортоноң ғаилә парҙары һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләре үҙ тауыштарын бирергә дәррәү һәм берҙәм булып барҙылар.
Һайлауҙа алтын туйҙарын билдәләүсе Орловка ауылынан Зинаида Анатольевна һәм Анатолий Алексеевича Барышевтар ғаиләһе хакимиәт башлығы Гөлнара Тимербулатова тарафынан тәбрик ителде. Ауылы халҡының күп кешеләре милли кейемдә тауыш бирергә килгән. Бынан тыш, ирекмәндәр штабы ағзалары маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.
Аҙауҙың иң оло кешеһе, 82 йәштәге Люциә Шәйхислам ҡызы Сөләймәнова ейәндәренең киләсәген һайлар өсөн бындай мөһим сараны хис ҡасан уҙғарып ҡалдырмай.
Баҡалды ауылының 888-се һайлау участкаһына Гүзәл һәм Фаил Ҡаранаевтарҙың ғаиләһенең өс быуын вәкилдәре килде.
Традицион рәүештә һайлауҙар – ул һәр ваҡыт ҙур халыҡ байрамы кеүек үтә. Кешеләр өс көн дауамында ваҡыт табып гражданлыҡ бурысын үтәне, ә артабан тыныс күңел менән үҙ эштәре менән мәшғәүл булды.
Физәлиә Ғәниева.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: