Инйәр
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь , 15:14

Район халҡы 147 килограмдан ашыу батарейка эшкәртеүгә тапшырҙы

Райондаштарыбыҙ Өфө ҡалаһы хакимиәте иғлан иткән "Батарейкаларҙы тапшырабыҙ!» акцияһында ҡатнашып, 147 килограмдан ашыу батарейкаларҙы эшкәртеүгә тапшырҙы. 

Район халҡы 147 килограмдан ашыу батарейка эшкәртеүгә тапшырҙы
Район халҡы 147 килограмдан ашыу батарейка эшкәртеүгә тапшырҙы

Райондаштарыбыҙ Өфө ҡалаһы хакимиәте иғлан иткән "Батарейкаларҙы тапшырабыҙ!» акцияһында ҡатнашып, 147 килограмдан ашыу батарейкаларҙы эшкәртеүгә тапшырҙы. Уларҙы районы халҡы йыл дауамында йыйҙы.
Сара Башҡортостандың баш ҡалаһында «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт ҡалаларында атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә йүнәлтелгән.
— Район халҡы өсөн был үҙ ресурсын файҙаланған туҡланыу элементтарын эшкәртеүгә тапшырыуҙың тәүгеһе түгел. Былтыр ғына тәбиғәтте һаҡлау инициативаһы сиктәрендә битараф булмаған халыҡ 300 килограмдан ашыу батарея һәм аккумулятор йыйып утилләштереүгә йүнәлткән. Районда республиканың үҙенсәлекле тәбиғәтен һаҡлап ҡалыу менән ҡыҙыҡһынған кешеләр күп, — тип һөйләне БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология Министрлығы ҡарамағындағы йәштәр советы рәйесе Рөстәм Сәйфетдинов.
Көнкүреш батареяларын һәм аккумуляторҙарын эшкәртеү тәбиғәтте һаҡларға һәм ауыр металдар (кадмий, ҡурғаш, терегөмөш) сығарыуҙы кәметергә ярҙам итеүҙән тыш, металл, графит һәм тимер тоҙҙарын беренсел ресурстарҙы ҡулланмайынса алырға мөмкинлек бирә, был шулай уҡ кешенең тәбиғәткә кире йоғонтоһон кәметә.
Белешмә:

Йыл һайын Рәсәйҙә яҡынса миллиард батарея ташлана. Был яҡынса 20 мең тонна. Һәр батарея эсендә төрлө металл һәм химик матдәләр бар. Сүп-сар һауытына ташланған бер бармаҡ батареяһы 20 квадрат метр тупраҡты йәки 400 литр һыуҙы ауыр металдар менән бысрата.
Физәлиә Ғәниева.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Беҙ Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең идаралығы менән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. 2024 һәм 2025 йылдар экология мәсьәләләре йәһәтенән һынылышлы буласаҡ.

Рөстәм Сәйфетдинов, БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология Министырлығы ҡарамағындағы йәштәр советы рәйесе:
— Район халҡы өсөн был үҙ ресурсын файҙаланған туҡланыу элементтарын эшкәртеүгә тапшырыуҙың тәүгеһе түгел. Былтыр ғына тәбиғәтте файҙаланыу инициативаһы сиктәрендә битараф булмаған халыҡ 300 килограмдан ашыу батарейка һәм аккумлятор йыйып утилләштерергә йүнәлткән. Районда республиканың үҙенсәлекле тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу менән ҡыҙыҡһынған кешеләр күп, — тип һөйләне.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: