Ауыр ваҡытта теләктәшлек, бер-береңә таяныс булыу – ул кешеләрҙе берләштергән һәм донъяны яҡшыртҡан нәмә. Районыбыҙҙың үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция яугирҙәре һәм госпиталдә дауаланыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөштәрен индерҙе.
Тыныслыҡты һәм именлекте һаҡлаусы һалдаттар алғы һыҙыҡта еңел булмаған хеҙмәт алып бара. Шуға күрә бындай изге эш ҙур әһәмиәткә эйә. Берлектәге тырышлыҡ менән улар: мобиль носилкалар, беренсе ярҙам күрһәтеү пакеттары, тактик ҡайсылар, жгуттар һәм коллаген гемостатик бинттар, дарыуҙар, медицина ҡорамалдары: инфузия системалары, шприцтар, тонометрҙар, небулайзерҙар, глюкометрҙар, тестар, махсус йүргәктәр һатып алды.
Һәр өлөш – илебеҙҙең һәм уның кешеләренең именелеген яҡлауға, Еңеүҙе яҡынайтыуға йәнә бер аҙым. Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең мәрхәмәтлелек эшенә беҙҙең район үҙәк район дауахана хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылып, ошо мөһим сарала изгелек һәм шәфҡәтлелек сылбыры булдырҙы.
Физәлиә Ғәниева.