Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь , 15:25

Хаҡлы ялдағылар сәйәхәт итә

Башҡортостанда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты бик уңышлы эшләп килә 

Хаҡлы ялдағылар сәйәхәт итә
Хаҡлы ялдағылар сәйәхәт итә

Башҡортостанда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты бик уңышлы эшләп килә. Уның сиктәрендә республикабыҙҙың матур төбәктәренә автобуста сәфәргә сығырға мөмкин. Ул оло йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелгән Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципаль район һәм ҡалалар тормошҡа ашырған берлектәге эше.
Нәҡ ошо программа сиктәрендә Башҡортостанда халыҡтың көкүрешен яҡшыртыуға, йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән бихисап проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан – илебеҙҙә эске туризмды күтәреү йәһәтенән алдынғылар исемлегендә, тимәк, республикабыҙға туристар ағымы ныҡ көсәйгән.
Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың өлкән быуын вәкилдәре Красноусольск шифаханаһына бер көнлөк сәйәхәт ҡылып, уның тарихи менән танышты, музейын, эсәр минераль һыу ҡоролмаһын (бюветын) барып күрҙе. Артабан улар Алла Анаһы Табын иконаһы ғибәҙәтханаһы, “Изге” мәмерйә, минераль сығанаҡтар, Инйылға ауылында урынлашҡан “Матур дөйәғош” исемле экзотик йәнлектәр урынлашҡан ферма менән танышты.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм.” проекты ял итеүселәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыуҙан тыш мөһим социаль әһәмиәткә лә эйә. Ул тыуған яҡты яҡшыраҡ белергә, үҙеңә яңылыҡтар асырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра, был оло быуын кешеләре өсөн бик кәрәк.
Әйтергә кәрәк, ошондай сараларҙа ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә йәки йәшәгән урын буйынса муниципаль район, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” — социаль проектында Башҡортостан биләмәһендә даими теркәлеүҙә булған граждандар ҡатнаша ала: 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән оло ир-егеттәр йәки ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡандар ошо мөмкинлектән ҡуллана. Улар өсөн республиканың тәбиғәт, мәҙәни-тарихи, дини объекттарына бер көнлөк маршруттар әҙерләнгән. Нимәһе ҡыуаныслы — ҡатнашыу бушлай.
Алевтина Тиунова,
райондың йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе.

Радий Фәрит улы Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
— Кешеләр уңайлы мөхиттә ғүмер итһен, ялдарын файҙалы уҙғарһын өсөн беҙҙең яҡтан барыһы ла тормошҡа ашырыла, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты ике маҡсатҡа ынтыла. Беренсеһе – кешенең ғүмерен оҙайтыу. Ә икенсеһе – ул яҡшыраҡ йәшәһен өсөн. Күҙҙәре янһын, энергияһы, һаулығы булһын.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: