Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль , 09:44

“Һунарсы оҫталығының кәрәге тейҙе”

“Әгәр бер генә йәш яугирҙең ғүмерен ҡотҡарһам да, тимәк мин был донъяға юҡҡа ғына килмәгәнмен”, — ти 60 йәшлек йәшлек яугир.

“Һунарсы оҫталығының кәрәге тейҙе”
“Һунарсы оҫталығының кәрәге тейҙе”

“Әгәр бер генә йәш яугирҙең ғүмерен ҡотҡарһам да, тимәк мин был донъяға юҡҡа ғына килмәгәнмен”, — ти 60 йәшлек йәшлек яугир.

Былтыр ул үҙ теләге менән махсус операция үткәреү зонаһына юлланған. Уның тыныс тормоштағы эшмәкәрлегенә тап килгән үҙенсәлекле позывнойы ла бар — “Егерь”. Бөгөнгө көндә яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Алмаз Сафин (Әлшәй районы егете махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була) исемендәге ирекмәндәр батальонында хеҙмәт итә. Махсус операцияға ир беренсе тапҡырҙан ғына эләкмәй. Уға документтары менән килергә ҡушалар, әммә нисә йәш икәнен белгәс, яраҡлашмайһың, тип яуап бирәләр.

 — Тормош иптәшем тәүҙә телевизорҙан яңылыҡтар ҡарап, әллә бараһы инде, тигән уйға батты. Артабан унда күрһәтелгән хәрби комиссариаттың номерҙарын алып шылтыратып ҡараны, әммә тиҙ генә ыңғай яуап бирмәнеләр. Барам тигән ҡарарына, әлбиттә, башта мин ҡырҡа ҡаршы төштөм: яйға һалынған тормошобоҙ, балалар, хужалыҡ, донъя, йәш тә арыу ғына бит. Әммә ул үҙ һүҙендә торҙо, мине — әгәр мин булмаһам, тағы кем, тип, күндерҙе. Артабан медкомиссияһын үтергә лә, документтарын, тейешле ҡағыҙҙарын йыйырға ла бергә йөрөнөм. Унда ла шундуҡ ебәрмәнеләр, төрлө тейешенсә дауаланыу үтеп, Ҡырмыҫҡалы хәрби комиссариатына юлландыҡ. Шунда мин үҙ ирке менән килгән кешеләрҙең һанына хайран ҡалдым — коридор туп-тулы ине. Бик йәш кенәләре лә, күп кенә урта йәштәге ир-егеттәр ҙә, шулай уҡ минең тормош иптәшем кеүек, 60 йәш сиген үткәндәр ҙә етерлек ине. Әрме хеҙмәтендә связист булһа, унда ебәрелгәс БМП операторы наводчигы һөнәрен үҙләштерҙе. Ғәҙәти тормошта иптәшем балта, ағас оҫтаһы — бура бурарға, йорттар төҙөргә, йорт өсөн кәрәк-яраҡтар эшләргә, төрлө һырлы биҙәктәр ҡырҡырға ярата. Ябай ғына ағас ботағында ла төрлө фигураларҙы күрә белә, уларҙы өйгә алып ҡайтып, эшкәртеп, бихисап һындар, биҙәүестәр, йәки кәштәләр, элмәктәр эшләне. Бынан тыш, ауылыбыҙҙағы күп кенә ир-егеттәр кеүек, әлбиттә, ул һунарсы, — тип, яугир тураһында берсә борсолоп, берсә сикһеҙ ғорурланып уның ҡатыны Сәриә Яҡшымбәт ҡыҙы һөйләй. Бер йыл ваҡыт арауығында һалдат яраланып госпиталгә эләгә, дауаланып, тыуған яғына, ғаиләһе янына ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтып яҡындары һәм туғандары менән күрешә. Сәриә апайҙың хәбәрҙәренән ире өсөн ныҡ борсолғаны, уның менән даими бәйләнештә булғаны, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын биргәндәре, яңылыҡтарҙы күҙәтеп торғанын белеп аңланыҡ. Уларға еңел түгел, әлбиттә, алғы һыҙыҡтағы йәшәү шарттары тыныс тормоштан ныҡ айырыла, әммә “Егер”ҙың еңеүгә ышаныуы һәм үҙенең миссияһының бәхетле тамамланыуына өмөт тулы. Беҙ уға һәм башҡа яугирҙәргә тыуған яҡтарына Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр өсөн Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комис-сариатының телефон номеры 8 (34765) 2-14- 78.

Физәлиә Ғәниева.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: