Инйәр
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль , 10:30

Парлы ғүмер — йәмле ғүмер

Әлфиә менән Радик Рамазановтар үҙҙәренең күркәм көнитмеше менән тыуған төбәген нурлы-ҡотло иткән, үҙ көстәре менән лайыҡлы донъя көткән, матур балалар үҫтергән, ауылға йәм һәм йән өргән абруйлы ғаиләләрҙең, һоҡланғыс парҙарҙың береһе.

Парлы ғүмер — йәмле ғүмер
Парлы ғүмер — йәмле ғүмер

Инйәр йылғаһы Эҫемгә ҡойған ерҙә урынлашҡан Көмәрле — тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған ауылдарҙың береһе. Унда подписка эше менән сәфәргә сыҡҡанда матур, уңған пар менән танышырға насип булды беҙгә. Әлфиә менән Радик Рамазановтар үҙҙәренең күркәм көнитмеше менән тыуған төбәген нурлы-ҡотло иткән, үҙ көстәре менән лайыҡлы донъя көткән, матур балалар үҫтергән, ауылға йәм һәм йән өргән абруйлы ғаиләләрҙең, һоҡланғыс парҙарҙың береһе. Егәрлелектәре менән дан алған, булдыҡлылыҡтары менән күптәргә үрнәк булып торған ғаилә ҡала шарттарына тиң өйҙә йәшәй. Йортҡураны төҙөк итеп тотоу Радик ағайҙың ҡулында булһа, Әлфиә апай йорт-ихатаһын гөл-сәскәләр менән биҙәй, өйҙәренең нурлы, ҡотло булыуы тап уның эшһөйәрлегенә бәйле. Әлфиә Рәйес ҡыҙы сығышы менән Саҡмағош яғынан, тормош иптәше Радик Салауат улы — Көмәрле егете. Ике йәш йөрәкте Өфө ҡалаһы таныштыра- ҡауыштыра. Унда төпләнеп, донъя ҡороп, 36 йыл ғүмерҙәрен баш ҡалала үткәрәләр. Рамазановтар бергә йәшәү дәүерендә (41 йыл) ике ул үҫтергәндәр, уларға лайыҡлы тәрбиә, төплө белем биреп ҙур тормош юлына сығарғандар. Хужабика — һатыу өлкәһендә, а ғаилә башлығы иретепйәбештереүсе булып эшләй. 2019 йылда Радик Салауат улының тыуған ауылына, төп йортҡа ҡайтырға ҡарар итәләр, сөнки уның әсәһе бик олоғайған була. Ҡәҙерле кешеләрен “өф” итеп тәрбиәләйҙәр, ул 98 йәшендә донъя ҡуя. Балалары — ата-әсәнең айырыуса ҙур ғорурлығы. Тәртипле, тәрбиәле, булдыҡлы йәш эшҡыуарҙар, Өфө ҡалаһының “Бәрәкәт” кафе селтәре хужалары Илгиз һәм Азамат Рамазановтар беҙҙең яҡташтарыбыҙ икәнен белгәс, ғорурлыҡ һәм ысын күңелдән һоҡланыу тойғоһо кисерәһең. Унан тыш ике улының да диндә булыуҙарын, намаҙ уҡыуҙарын, хажға барып ҡайтыуҙарын, йыл да ураҙаларҙы ҡалдырмай, ҡорбан салдырыуҙарын, тыуған ауылының һәм республиканың йәмәғәт эштәренә мөмкин тиклем ярҙам ҡулын һуҙырға һәм үҙ өлөштәрен индерергә тырышыуҙары тураһында Әлфиә Рәйес ҡыҙы хаҡлы рәүештә шатланып һөйләй. Әлбиттә, тәрбиә нигеҙе ғаиләнән килә, беҙҙең геройҙарыбыҙ ҙа икеһе лә намаҙҙа. Улдары ата-әсәһен ғаиләгә һәм никахҡа ҡарата мөнәсәбәте менән дә ҡыуандыра. Уларҙы ике ейәнсәргә һәм алты ейәнгә олатай-өләсәй итәләр балалары. Бөтәһе лә бергә ҡайтһалар, ихата шат бала тауыштарынан һабантуйҙай гөрләп тора хатта. Бына шундай тап Рамазановтар кеүек егәрле һәм тырыш ауыл халҡы үҙенең күркәм көнитмеше менән тыуған төбәгенең сағыу-сағыу биттәрен яҙа. Бер яҡтан ҡарағанда, бөгөнгө геройҙарым – ауыл ерендә йәшәүсе ғәҙәти ғаилә. Икенсе яҡтан – тормошта үҙ урынын тапҡан, лайыҡлы балалар үҫтергән, йәшлектәге һөйөүен һаҡлап ҡала белгән һоҡланғыс пар. Тыуған төйәгеңдә дуҫтарың, туғандарың менән аралашып йәшәү, күңелеңә ятҡан эштә эшләү, балалар үҫтереү, уларҙың лайыҡлы тормош көткәнен күреү – үҙе бер бәхет. Һәр кем шулай һеҙҙең кеүек ғаиләһендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бербереһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәһә ине...

 Физәлиә Ғәниева

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: