Инйәр
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль , 10:26

Ауыл фельдшеры – халыҡ сәләмәтлеге һағында

Беҙҙең Үрге Ләмәз ауылы фельдшеры - Тамара Шәйхулла ҡыҙы

Ауыл фельдшеры – халыҡ сәләмәтлеге һағында
Ауыл фельдшеры – халыҡ сәләмәтлеге һағында

Элек-электән шулай булды: фельдшер ауылда абруйлы медицина белгесе, асыҡ йөҙлө hәм аҡ күңелле, бар нәмәне лә белгән кеше. Ниндәй генә сәләмәтлек менән бәйле проблема килеп сыҡһа ла, ауыл халҡы, тәү сиратта, фельдшер-акушерлыҡ пунктына бара. Ауылда фельдшер, hауа шарттарына, тәүлектең ваҡытына ҡарамай, халыҡҡа ярҙамға беренсе булып ашыға. Күпселек медицина белгестәре өсөн уларҙың эше hәм hөнәрҙәре доньяла иң кәрәклеһе булып тойола.

Беҙҙең Үрге Ләмәз ауылы фельдшеры Тамара Шәйхулла ҡыҙы ла — тап шундайҙарҙың береһе. Тыуған ауылында башланғыс, артабан күрше Михайловкала белем алғас, алыҫ 1984 йылдарҙа, ул ваҡытта 15 йәшлек кенә Тамара, Стәрлетамаҡ ҡалаһының медицина училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, 1987 йылда тыуған яғына ҡайтып, Архангел үҙәк район дауаханаһының неврология бүлегендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Унда 1995 йылға тиклем уңышлы эшләп йөрөй. Барлыҡ хеҙмәт оҫталығын ул һайлаған hөнәренә бағышлай hәм быға бер тапҡыр ҙа үкенмәй. Һөйөклө әсәһе донъя ҡуйғас, ғаилә хәлдәре буйынса яңынан тыуған ауылына ҡайтырға тура килә. Бер аҙ үҙ һөнәре буйынса эш булмай. 2007 йылдан Тамараны үҙебеҙҙең ауыл фельдшеры итеп тәғәйенләйҙәр, тейешле квалификация алыр өсөн яңынан уҡырға бара. Ауыл халҡы өсөн фельдшер — шул уҡ табип, йәки, ауылдаштары әйткәнсә— “беҙҙең ауыл докторы”. Ҡала еренән айырмалы рәүештә, фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап иткән hөнәрҙәрҙең береһе. Берәүгә лә сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ врачы hәм башҡа төрлө hөнәр эйәһе булырға ла тура килә. Ҡайһы ваҡыт ул участка терапевы, акушергинеколог менән кәңәшләшеп эш итә, ә ҡайһы осраҡта, кешене дауаханаға ебәрергә “тиҙ ярҙам”, кәрәк саҡта хатта табипты ла өйгә саҡырта. Билдәле булыуынса, яҡшы һүҙ ҙә дарыуҙарҙан бер ҙә кәм дауаламай. Ә ауыл халҡы араһында абруй ҡаҙаныр өсөн, белемле булыу менән бер рәттән, асыҡ йөҙлө, “тәмле” телле булыу ҙа мөhим. Тамара Шәйхулла ҡыҙы бына инде өс тиҫтә йылдан артыҡ кеше сәләмәтлеге һағында тора. Тәүлектең төрлө ваҡытында, hауа торошона ҡарамай, барлык шәхси эштәрен hәм проблемаларын ситкә ҡуйып, сирле кешегә ярҙамға барырға әҙер ул. Ирек Фәйзулла улы Сәғиҙуллин менән донъя ҡороп, өс ҡыҙға ғүмер биреп, үҙ аллы тормошҡа аяҡҡа баҫырға ярҙам итәләр. Инде биш ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай-өләсәй улар. Эшләү дәүерендә Тамара Шәйхулла ҡыҙына шаҡтай күпте күрергә hәм төрлө хәлдәр менән осрашырға тура килгән. “Ҡайсаҡ арып ҡайтҡас, ни өсөн шул hөнәрҙе һайланым икән, тип уйлайһың. Ә аҙаҡ һинең килеүеңде түҙемһеҙлек менән көткәндәрҙе, ихлас йөрәктән рәхмәт әйтеүҙәрҙе иҫеңә төшөрһәң һайлауыңдың дөрөҫлөгөн аңлайһың”,— ти ул йылмайып.

Сәриә Морсалова.

Үрге Ләмәз ауылы. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: