Оло йәштәге инәйҙәр уға рәхмәт уҡып, хәйерле юл теләп, доғаһын ҡыла. Йәй тимәй, ҡыш тимәй йәйәү арып йөрөй тип, сәйен эсереп сығырға өгөтләгәндәре лә бар. Үҙебеҙҙең халыҡҡа ғына хас ошондай кешелеклек, эскерһеҙлек, ихласлыҡ сифаттары ғорурлыҡ, һоҡланыу тойғоһон уята.
Гүзәл Ғилфан ҡыҙы гәзит-журналдарға күпләп яҙҙырған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Ул хеҙмәтләндергән биләмәгә ингән ауылдарҙың әүҙемлеге, фәҡәт уның һөнәрилегенә, эшенә яуаплы ҡарауына бәйле. Гүзәл Килмөхәмәтова һәр йома һайын йөҙҙән ашыу адресҡа Рәсәй, республика, район гәзит-журналдарын таратып, кешеләрҙе ваҡытлы матбуғат менән тәьмин итә.
- Эшемдән ҡәнәғәтмен, кешеләр менән күп аралашам, - ти Гүзәл Ғилфан ҡыҙы. – “Инйәр” гәзитен көтөп алған, оҙаҡ йылдар алдырған кешеләр байтаҡ. Тормоштан алынған күренештәрҙе, хикәйәләрҙе, яҡташтар яҙмышын яратып уҡыйҙар. Башҡорт телендә сыҡҡан “районка”быҙҙы ике ауылда әлеге мәлдә 52 кеше алдыра.
Гүзәл Килмөхәмәтова әйтеүенсә, “Инйәр” гәзитен башлыса хаҡлы ялдағылар, өлкән йәштәге апай-ағайҙар уҡый. 86 йәшен тултырған Нәфисә Әбхәлиҡова баҫманы бер тотам ҡалдырғаны юҡ. Һикһәндән уҙған Ғәли ағай Әлибаев өсөн дә “Инйәр” көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡ. Факиһа Дәүләнова, Фидалия Кинйәғолова, Ринат Аҡбаев, Рәүф Рәхмәтуллин гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, әүҙем уҡыусылары. Араларҙың һыуынмауы, баҫма менән уҡыусы араһында ныҡлы күпер һалыныуы беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. “Инйәр” менән бәйләнеште өҙмәгән һәр яҡташыбыҙға, форсаттан файҙаланып, оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Гүзәл Ғилфан ҡыҙы үҙ бурысын яуаплы үтәй, эшен еренә еткереп, сифатлы башҡара. Намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәте, юғары күрһәткестәре өсөн ул район хакимиәте тарафынан Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.
Бөгөн почтальондар гәзит-журнал ғына таратмай, уларға башҡа төрлө тауар һатыу планы ла ҡуйылған. Бер ыңғайҙан бер нисә эш алып барыуы еңелдән түгел икәне һәр кемгә мәғлүм. Гүзәл ханым сауҙа эшен дә көйләп алған, ауылдаштары теләгән тауарға заказ биреп ҡайтара, йәй осоронда шәкәр ҡомо, он үтемле.
Ул гөрләтеп донъяһын да көтөргә өлгөрә. Йылы миҙгелдә күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Тиҙҙән Регина ҡыҙына туй яһарға әҙерләнә. Әсәй кеше өсөн балаларының бәхете - иң мөһиме. Илшат улы менән Алина килененең тормоштары өсөн ҡыуана. Донъяһына йәм, ҡот өҫтәп ейәне Иҙел, ейәнсәре Илнара үҫеп килә. Яратҡан ғаиләң, күңелеңә ятҡан шөғөлөң барҙа йәшәүе күңеллерәк.
Гүзәл Ғилфан ҡыҙы кеүек тырыш хат ташыусыларыбыҙ барҙа гәзитебеҙгә яҙылыусылар, уны яратып уҡыусылар тағы ла артыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Әлиә Әмирова.
Фото архивтан.