Инйәр
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь , 10:40

«Йәйләү» рухи тәрбиә бирә

Йәй. Ҡояш. Яҡшы кәйеф. Каникулдар. Уҡыу йылын тамамлаған балаларҙың тәбиғәт ҡосағында ял итеп, рәхәтләнеп һыу инеп, йырлап-бейеп, туғандары, ауыл кешеләре менән яҡындан аралашыу мәле. Ата-әсәләрҙе тәү сиратта нисек итеп йәйге ялды дөрөҫ ойоштороу борсой.

«Йәйләү» рухи тәрбиә бирә
«Йәйләү» рухи тәрбиә бирә

Йәй. Ҡояш. Яҡшы кәйеф. Каникулдар. Уҡыу йылын тамамлаған балаларҙың тәбиғәт ҡосағында ял итеп, рәхәтләнеп һыу инеп, йырлап-бейеп, туғандары, ауыл кешеләре менән яҡындан аралашыу мәле. Ата-әсәләрҙе тәү сиратта нисек итеп йәйге ялды дөрөҫ ойоштороу борсой. Ә бына Тирәкле мәктәбендә белем алыусы балаларҙың ата-әсәләренә баш ватырға ла кәрәкмәй, сөнки нисә йыл рәттән Мәрйәм Бураҡаева программаһына нигеҙләнеп төҙөлгән мәктәп эргәһендәге көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу үҙәгенең “Йәйләү” лагеры уңышлы эшләп килә. Унда 7-16 йәшлек балалар йөрөй. “Йәйләү” отрядтарға түгел, ырыуҙарға бүленеп эшләй: Табын, Түңгәүер, Ҡатай, Бөрйән. Бүленеү шартлы рәүештә булһа ла, балалар, тәғәйен ырыуҙарға тупланып, уның тарихын, шәхестәрен, боронғо шөғөлөн өйрәнеп, дөйөм халыҡтың рухи һәм матди ҡиммәттәренә төшөнәсәк..
Бында туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендалары, халҡыбыҙ шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менән балаларҙы таныштырыуҙы маҡсат итеп алған, ғөмүмән, балаларҙың һәләттәрен төрлө яҡлап асырға ынтылыусы тәрбиәселәр һәм әйҙәүселәр эшләй. Шулай уҡ балалар йә музейға бара, йә китапхана менән таныша, йә иһә хатта республика кимәлендәге сәхнә йондоҙҙары менән дә аралашырға мөмкинлек буласаҡ.
Уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә “Нағыш” (ҡыҙҙар һаҡал һәм маңлайса, ә егеттәр түбәтәй һәм билбау эшләп өйрәнә), “Семәр” (яңы ысулдар менән махсус буяуҙар ярҙамында туҡымаға һәм кейемгә һүрәт төшөрөү), “Ритайым”(яңы бейеүҙәр өйрәнеү) түңәрәктәре эшләй, саралар үтеп тора. Һәр иртәнге зарядка башҡорт көйөнә бейеү менән башлана. Бөтә саралар ҙа туған телдә үткәрелә.
“Өлкәндәрҙең бурысы – малай-ҡыҙҙарҙың ялдарын хәүефһеҙ, файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу. Беҙҙең лагерҙа балалар яҡшы итеп ял итһен өсөн бөтәһе лә булдырылған.
Күптән түгел Ҡасим Дәүләткилдиев призына һүрәт төшөрөү буйынса йәш рассамдар араһында конкурс булып үтте. Артабан “Йәйләү батыры, “Йәйләү һылыуы”, “Балалар һабантуйы”, “Алпамыша уйындары”, “Селтәр байрамы” (үҙ ҡулдары менән милли кейем өлгөләренең презентацияһы), “Салауат батыр” (милли геройыбыҙға арналаған, “Юғалған мәҡәлдәр”, “Әкиәттәр” көндәре, унан тыш оҫталыҡ дәрестәре, йолалар өйрәнеү, шахмат, шашка уйындары ярыштары уҙғарыу, райондың билдәле һәм тарихи урындарына сәйәхәт ҡылыу, Өфө ҡалаһына ла экскурсия планлаштырабыҙ. Быйылғы йылдың үҙенсәлектәре — “Иң мөһим нәмә тураһында һөйләшеүҙәр” индерелде. Әүҙем, тырыш, бәйгеләрҙә еңеүсе балаларға көн дә мәрәйҙәр таратыу, артабан лагерь ябыу тантанаһы көнө приздарға алмаштырыу мөмкинселеге улар өсөн ылыҡтырыу ҙа, дәртләндереү ысулы ла булып тора”,– тип лагерь тормошо менән уның етәксеһе Гөлнара Фәйрүзова таныштырҙы.
Ә бөгөн “Йәйләү”ҙе асыу тантанаһына төрлө ырыуҙарҙан “мәртәбәле ҡунаҡтар” йыйылған. Уларҙы майҙан хужалары — “Табын” дар бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Бына “Йәйләү” байрағын күтәреү өсөн ырыу башлыҡтары майҙан уртаһына саҡырылды. Йыйын асыҡ тип иғлан ителде! Һәр ырыу вәкилдәре осрашыуҙа тамғаһын, ҡошон, ағасын, оранын, үҙенең йырын яңғыратып сәләмләне. Байрам йыр-бейеүһеҙ буламы һуң инде — ҡунаҡтар моңло йырҙарын һуҙҙы, майҙан тултырып бейергә төштө.
Балаларға ҡотлау сәләмдәрен мәктәп директоры Эльвира Сәйфетдин ҡыҙы Хәсәнова еткерҙе:
— Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле әйҙәүселәр, һеҙҙе “Йәйләү” лагеренең асылыуы менән ҡайнар ҡотлайым! Яҡшы ял, сағыу тәьҫораттар, хәүефһеҙ көндәр теләйем.
Бал күсендәй геүләп торған бинала балалар үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлешергә ашығалар:
— Минең исемем Ғилманов Алмаз. “Йәйләү”ҙә миңә бик оҡшай. Айырыуса халыҡ уйындары, төрлө ярыштар, экскурсиялар. Ашханала беҙҙе бик тәмле итеп һыйлайҙар.
— Мин — Алһыу Юлыбаева. Лагерҙа дуҫтар менән аралашыу, яңы йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү, көн дә ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашыу илһам бирә.
— Артур Ғайсин, миңә 10 йәш. Лагерҙа “Бөрйән” ырыуы “башлығымын”. Бында уйнаталар, төрлө яңы нәмәләргә йөрөтәләр, тәмле итеп һыйлайҙар — дүртенсе йыл йөрөйөм.
Сара аҙағында күмәкләп башҡарылған “Йәйләү” гимны тоғролоҡ, дуҫлыҡ, туған телгә һәм ергә һөйөү анты кеүек яңғыраны.
..Көндәлектәре бай, әле лагерҙың башы ғына. Артабан балаларҙы бихисап уйындар, бәйгеләр, оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар көтә. Программа буйынса төрлө саралар үткәреү, кинолар ҡарау, экскурсияларға йөрөү ҡаралған. Иң мөһиме, быларҙың барыһы ла балаларыбыҙға бик ныҡ оҡшай. Улар ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ала, физик яҡтан сыныға, ә “Һаумыһығыҙ!” тип килеп инеүҙәре, “Һау булығыҙ!” тип хушлашыуҙары үҙе ни тора!..
Физәлиә Ғәниева

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: