Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь , 10:22

Уның ғүмере — үҙе бер быуат

Дәһшәтле һуғыш осорон, унан һуңғы ауыр йылдарҙы кисереп, илебеҙ ни күрһә шуны күреп, әммә ауырлыҡҡа бирешмәйенсә ошо көндәргә тиклем матур килеш, аҡыл менән донъя көтөргә ынтылыусы — Архангел ауылында ғүмер кисереүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны, “ил инәһе” Мәрхәбә Мөхтәр ҡыҙы Баҡирова (Бикбулатова) ошо көндәрҙә 100 йәшлек юбилейын билдәләне.

Уның  ғүмере — үҙе бер быуат
Уның ғүмере — үҙе бер быуат

Дәһшәтле һуғыш осорон, унан һуңғы ауыр йылдарҙы кисереп, илебеҙ ни күрһә шуны күреп, әммә ауырлыҡҡа бирешмәйенсә ошо көндәргә тиклем матур килеш, аҡыл менән донъя көтөргә ынтылыусы — Архангел ауылында ғүмер кисереүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны, “ил инәһе” Мәрхәбә Мөхтәр ҡыҙы Баҡирова (Бикбулатова) ошо көндәрҙә 100 йәшлек юбилейын билдәләне.
— Йыһан арауығы йәшәнем инде, бүтәндәргә лә минең шикелле оҙон ғүмерле булырға яҙһын, шуны теләйем, – тине осрашҡанда Мәрхәбә инәй. – Һәр кемгә ул тыуғанда уҡ яҙмышының нисек булыры маңлайына яҙыла, тиҙәр.
Абруйлы йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мәрхәбә инәйҙең хәтере шәп, зиһене асыҡ, үҙ аяҡтарында йөрөп ята, үткән йылға саҡлы хатта баҡса ла үҫтергән әле.
Райондаштарының хәл-әхүәлен белешеп, сәләм тапшырып тороуҙарына һөйөнә. Күпте күргән, кисергән, һәр саҡ матур тормош көткән инәй Хоҙайға шөкөр итеп, оло юбилейын ҡаршылай.
Бер быуат ғүмер кисергән ил инәһе 1924 йылда Ғәйфуллин ауылында күмәк балалы ғаиләлә донъяға килгән. Мәрхәбә инәйҙең бар булмышы хеҙмәт менән үтә. Уның бала, үҫмер сағы һуғышҡа тиклемге ауыр йылдарға, коллективлаштырыу осорона тура килә. Был ауырлыҡтар уны көслө рухлы, эшһөйәр, яуаплы, ғәҙел итеп үҫтерә. Унда кисәгегә ҡарағанда бөгөн яҡшыраҡ йәшәү теләге ҙур була. Бына йөҙйәшәр үҙенең ғүмер юлы ебен ашыҡмай ғына һүтә:
— Миңә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белем алырға теләгем бик көслө булһа ла, уҡыу бәхете теймәне. Бер генә класс белемем бар. Үҫмер сағымда уҡ, 14 йәшем тулғас, колхоз эшенә егелдем. Кеше бара тип, ураҡ тотоп, арыш урырға сығып киттем. Беренсе хеҙмәт көнөмдә, бармағымдың осон электереп, тырнағымды киҫтем, шуның иҫтәлеге булып ғүмер буйы баш бармағымдың тырнағы икегә бүленеп үҫте. Бесәнен дә саптым, күбәләр ҙә ҡойҙом, кәбәнен дә һалдым. 1941 йыл башында Берештамаҡ ауылына ағас әҙерләргә ебәрҙеләр, — тип һөйләй ул.
Хәйер, ул заманда ҡатын-ҡыҙҙарҙы, йәш-елкенсәкте урман ҡырҡырға ебәргәндәр, сөнки көнө-төнө эшләгән завод мейестәре утын менән яғылған. Урман эше бик ныҡ ауыр булһа ла, улар ололар менән бер рәттән ең һыҙғанып эшләй. Эштән ҡайтҡас, бер киҫәк ҡара икмәк һәм үлән ашы һурпаһы менән туҡланалар. Урманда йөрөгән кеше яҡшы белә, һайланып тормайһың, ашҡа талымһыҙ булаһың. Ҡырҙа ҡатҡан икмәк менән ҡара сай ҙә тәмле була. Туҙып, еүешләнеп, батҡаҡҡа ҡатҡан кейемдәрен урмандан һөйрәп алып ҡайтҡан утын менән мейес яғып, шунда киптерәләр. Йоҡо туймаған, өҫ кейеме кибеп тә өлгөрмәгән килеш тағы ла таңдан урман киҫергә сыҡҡандар.
Инәй һүҙен дауам итә:
— Эш ерендә Ислам Сәмситдин улы Масков тигән егет менән танышып, 1943 йылда уға кейәүгә сыҡтым.
Һуғыш башланғас, ауылда ниндәй ир заты бар, барыһы ла фронтҡа китә. Бер аҙҙан тормош иптәшемде мин дә илай-илай һуғышҡа оҙаттым. Өсмөйөшлө хат-хәбәрен ике тапҡыр ғына алып ҡалдым. Бер хәбәре лә булманы шунан. Тағы ла беҙҙең ғаиләгә ҡара ҡайғы өҫтәп, дүрт ағайым, оло еҙнәм яу яланында ятып ҡалды. Бишенсе ағайым ғына ҡайтты, ул да ауыр контузия алған ине, — ти ул.
Тормош артабан дауам итә. Мәрхәбә инәй ҙә ауыр йөрәк яраларын эш менән баҫып үткәрә. “Беҙҙең быуында эшләмәгән эш ҡалманы: һыйырын да һауҙыҡ, быҙауҙар ҙа ҡараныҡ, ағасын да йыҡтыҡ, балалар ҙа үҫтерҙек”, — тип өҫтәй. Туймазы егете Ғәли Ғилман улы Баҡиров исемле егет менән (беҙҙең районға ағас әҙерләү эшенә килгән була) 1955 йылда яңынан тормош ҡорорға баҙнат итә. Бер-бер артлы Мөхәмәт, Гәрәй һәм Ринат исемле улдары, Флюра исемле ҡыҙы донъяға килә. Тик ун ғына йыл йәшәп ҡала улар Ғәли менән бергә. Бер үҙе балаларын үҫтереп, белем һәм матур тәрбиә биреп, башлы-күҙле итеп, тормош юлына баҫтыра көслө рухлы Мәрхәбә инәй.
Иң кесе улы Ринат әсәһе менән һеңлеһен 2002 бәләкәйерәк, 2009 йылда бөтә уңайлыҡтары булған өр-яңы йорт һалып, район үҙәгенә күсерә. Тик үҙе генә был яҡты донъяларҙы бик иртә ташлап китә. Бала ҡайғыларын Хоҙай өйөп биргән сабыр әсәгә — улдары бөтәһе лә гүр эйәләре.
Оҙон тормош юлында бик күп ауырлыҡтар аша үтергә, бәләләр, ҡайғылар кисерергә яҙған уға. Ә шулай ҙа, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, ул бирешмәй. Әлеге көндә етенсе тиҫтәне ҡыуған кесе ҡыҙы Флюра апай менән бергә көн күрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙы беренсе группа инвалиды, кеше көнлө, ярҙамға мохтаж, ә шулай ҙа әсәһенә ҙур иптәш. Көн дә килеп хәлдәрен белеүсе, ярҙам итеүсе оло ағаһының ҡыҙы Фаиҙә һәм кейәүе Илшат яҡында ғына. Ейәндәре алыҫ ерҙәрҙә, йыраҡ өлкәләрҙә йәшәйҙәр, йылына бер нисә рәт өләсәһен күрергә ҡайталар.
Көн дә тәсбих тартып, ил тыныслығы һәм яҡындарының именлеге өсөн доға ҡыла, кәңәштәрен биреп, изге теләктәрен теләп ултыра Мәрхәбә инәй.
— Бөгөн бәхетле, етеш тормош өсөн барыһы ла бар, Аллаға шөкөр. Ил-көн матур, тырышып эшләргә лә эшләргә. Иң мөһиме – ерҙә тыныслыҡ булһын, — тигән теләктә Мәрхәбә Мөхтәр ҡыҙы. Физәлиә Ғәниева.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: