Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь , 15:44

Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте

Ауылыбыҙҙа балаларҙың каникулдары башланғас "Балалар һабантуйы" үткәрҙек. 

Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте
Шаулап-гөрләп балалар һабантуйы үтте

Ауылыбыҙҙа балаларҙың каникулдары башланғас "Балалар һабантуйы" үткәрҙек. Был байрамды үҙебеҙҙең әүҙем, дәртле төркөмдәребеҙ менән ойошторҙоҡ. Бер көн элек балаларыбыҙ һәр йорт буйлап ҡороҡ йыйып сыҡты, бүләктәр ҙә бик мул булды. Артабан кәрәкле спорт инвентарҙәре әҙерләнде, спорт майҙансығы байрамса биҙәлде. Туҡландырыу эшен мәсетебеҙҙең хәҙрәте Миниәмир Минийәр улы Йәнешев үҙ өҫтөнә алып, беҙгә ҙур ярҙам ҡулы һуҙҙы. Байрам көнөндә ямғыр яуыуы, көндөң йонсоуыраҡ тороуы ла беҙҙе туҡтата алманы, ә киреһенсә — ҡаршылыҡтарҙы еңергә әйҙәгәндәй тойолдо.
Халыҡ та күп йыйылды. Уйындарҙа ике төркөм балалар һәм бер төркөм ололар үҙ-ара көс һынашты. Улар өсөн етеҙлеккә, сослоҡҡа, тапҡырлыҡҡа ҡоролған төрлө бәйгеләр бик күп булды: кемдәрҙер арҡан тартышты, берәүҙәр "ат"та сабышты, ҡайһылары уҡтан атты, тоҡ кейеп ырғыны... Онотола барған бәйге – көйәнтәләп һыу ташыу ҙа булды. Был уйын барыһына ла оҡшап ҡалды. Ҡыҙҙар ғына түгел, хатта малайҙар ҙа ярышта ал бирмәне.
Бүләкһеҙ ниндәй байрам булһын, ти? Һабантуйҙа һәр кем үҙенең призын алып һөйөндө. Балалар өсөн ойошторолған һабантуй иҫ киткес шәп булды. Күңелле ярыштарҙан һуң күмәкләшеп фотоға төштөк, мәсеттә матур табынға йыйылдыҡ. Унда беҙҙе йүгереп йөрөгән апайҙарыбыҙ һыйланылар. Байрамдан һәр кем көс, дәрт, дарман алып шатланды, яҡшы кәйеф менән, рәхмәттәр әйтеп таралышты. Балаларҙың ҡәнәғәт йөҙҙәрен күреү беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Барығыҙға ла ҙур рәхмәтемде еткерәм. Ошолай итеп ауылыбыҙҙы йәмләйек, күрһәтәйек, үҫтерәйек!
Зөбәйҙә Йәнешева,
Убалар ауыл мәҙәниәт йорто мөдире .

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: