Инйәр
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь , 15:40

Иң яҡшы янғын һүндереүселәр ҡайҙа?

Баҡалды ауылы янындағы Баҫыу йылғаһы буйында иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһын асыҡлауға смотр-конкурстың муниципаль этабы үтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар янғын һүндереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. 

Иң яҡшы янғын һүндереүселәр ҡайҙа?
Иң яҡшы янғын һүндереүселәр ҡайҙа?

Баҡалды ауылы янындағы Баҫыу йылғаһы буйында иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһын асыҡлауға смотр-конкурстың муниципаль этабы үтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар янғын һүндереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә.
Был сарала һигеҙ ауыл биләмәһе командаһы ҡатнашты. Ниндәй бурыстарҙы тиҙ һәм дөрөҫ башҡарырға кәрәк ине? Янғынды һүндереү буйынса, беренсе сиратта, хәрби хәрәкәттәрҙе күрһәтеү мотлаҡ: янғын һүндереүсенең махсус экипировкаһын кейеү, янғын һүндереү мотопомпаһы ярҙамында һыу биреү һәм янғын усағына махсус мишенгә төбәү.
Ирекле янғын һүндереү командаһы (ДПК) араһында конкурс ярайһы уҡ йәш. Башҡортостан Республикаһында ул 2022 йылда барлыҡҡа килде. Сара ирекле янғын һүндереүселәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыуға, экстремаль шарттарҙа психологик һәм физик әҙерлекте үҫтереүгә һәм, әлбиттә, ДПК-ның берҙәмлеген һаҡлауға йүнәлтелгән.
Йомғаҡтар буйынса был көсөргәнешле бәйгелә Тәүәкәс ауыл биләмәһендә 1-се, Орловка ауыл биләмәһе 2-се һәм Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәһе 3-сө урын яуланы. Командалар грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.
Сентябрҙә Тәүәкәс ауыл советы «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы» исеменә смотр-конкурста ҡатнашасаҡ. Уларға уңыштар теләйек.
Айҙар Хәлиҡов,
берҙәм-дежур диспетчер хеҙмәтенең янғын хәүефһеҙлеге иҫкәртеү буйынса белгес.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: