Инйәр
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь , 15:55

Дингә осраҡлы килмәйҙәр

Ҡорбан ғәйетен Тәүәкәс ауылы халҡы йыл һайын ҙурлап көтөп ала 

Кешенең бәхетендә тәрбиәлелектең өлөшө ҙур. Ата-бабалараыбыҙ ҙа үҙ балаларының, киләсәк быуындың иманлы, тәүфиҡлы булыуын теләгән. Имандары камил мосолмандар — күркәм холоҡлолар: улар Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышана, ул биргән ниғмәттәргә шөкөр итә, ислам дине ғәмәлдәрен ололап үтәй, иң ҙур байлыҡ — сабырлыҡ һәм йомартлыҡ икәнлеген һис кенә лә онотмайҙар.
Мосолман халыҡтарының йомартлылыҡ сифаты айырыуса Ҡорбан байрамында сағыла. Тәүәкәс ауылы кешеләре был бөйөк байрамға алдан уҡ әҙерләнә башланы. “Солтан” мәсете хужаһы, имам-хатибы Рим Солтанов һәм уның тормош иптәше Гүзәл ханым бер ай элек үк бинаға сантехника үткәреү, тәһәрәт бүлмәһе эшләү, уны тейешенсә йыһазландырыу, мәсет эсен йыуып, таҙартып, яңы ҡорамалдар-йыһаздар алыу хәстәрҙәрен ныҡлы уйлап ойошторҙолар.
Сантехника һайлап алыуҙа ярҙамлашҡан ауылдаштарына улар рәхмәт белдерә.
Рим Миңлеәхмәт улы табынға йыйылған халыҡты изге байрам менән ҡайнар ҡотлап, ошо хужалыҡ эштәрендә ярҙам күрһәткән ир-егеттәр тураһында ла һөйләп үтте.
— Канализация үткәреүгә бик тырыш йәштәр бригадаһы йәлеп ителде. Бушлай ярҙам иткән кешеләргә — ысын мосолмандарға оло рәхмәтлебеҙ. Архангел ауылынан Рәжәп Фазылов материалдар менән тәьмин итте, ауылдаштарыбыҙ Рөстәм Хисмәтуллин һәм Ирек Гәрәев — сантехника үткәреүҙә, нигеҙгә таш алып килеүҙә Йәмил Иштуғанов, Архангел ауылында йәшәүсе Руслан Иштуғанов тәҙрә эшләүҙә — бына уларҙың ярҙамдары ҙур булды, — тине Рим Солтанов.
Байрам табынына бер көн алдан уҡ күп итеп туҡмас йәйеп ҡырҡыу һәм сәк-сәктәр бешереү эшен ауылыбыҙҙың ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Нурия Вәлиева оҫта ойошторҙо. Мөнирә Ишмөхәмәтова, Гөлнур Хисмәтуллина, Гөлнара Мостафина, Мәүлиҙә Динисламова, Гөлшат Ҡоҙаҡаева, Гөлирә Фәйрүзова, Роза Ғәббәсова, Гүзәл Солтанова, Гөлнур Гәрәева, Гөлнара Ташбулатова һ.б. был эштә әүҙем ҡатнашты.
Ҡорбан ғәйетен Тәүәкәс ауылы халҡы йыл һайын ҙурлап көтөп ала. Был изге ғәмәлде атҡарырға улар берҙәм йыйылды. Рим хәҙрәт Солтанов байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы, ҡорбан салыу тәртибе, уның сауаптары тураһында һөйләне.
Намаҙ башланғас, ҡорбан салыу ғәмәле башҡарылды. Быйыл 15 ғаилә ҡорбан салдырып ҙур сауап алды. Уларҙы айырып һанап үтеү яҙыҡ булмаҫ: Зиннур Иштуғанов, Илнур Камалетдинов, Ғәлимйән Сәйфетдинов, Рәмилә һәм Фәнүр Сәләхетдиновтар, уларҙың ҡыҙы Вәлиә, Гөлирә һәм Камил Камалетдиновтар улдары Рәмилдең иҫәнлек-һаулығына, Архангелдән Ҡәҙир Зөлкәрнәев мәрхүм улы Динарҙың рухына, Өфөнән Светлана Нафиҡова, Приуральенан Рәфис Төлкөбаев, йәш ғаилә Рузилә һәм Айҙар Хәлимовтар улдары Рахман тыуыуына арнап ике баш ҡорбан, Сәғит Мөхәмәтйәнов, Рима Марченко, уның ҡыҙы Светлана, шулай уҡ ауылыбыҙҙан МХО-ла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең иҫәнлек-һаулығына арнап ауылдаштары ла ҡорбан салдырҙы.
Ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Әхәт улы Иштуғанов мәсеткә йыйылыусыларҙы байрам менән ихлас тәбрикләне, донъяларҙың имен тороуын, барыһына ла сәләмәтлек, изге эштәр, егеттәребеҙҙең имен-аман ҡайтып етеүҙәрен теләне. Педагогик хеҙмәт ветераны Лилиә Сәғәҙәтованың телмәрендә лә илгә тыныслыҡ, һәр кемгә иҫәнлек-һаулыҡ, яҡшылыҡтар, мәсет хужалары Гүзәл һәм Рим Солтановтарға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Ҡорбан ашын бешереүҙә, мул табын өҫтәле әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар айырым маҡтауға лайыҡ. Рәмилә Сәләхетдинова һәм уның ҡыҙы Вилиә, Гөлирә һәм Фәрзәнә Камалетдиновалар, Шәүрә һәм Ләлә Фазыловалар, Гөлнур һәм Юлиә Хисмәтуллиналар, Ғәлиә Сәйфуллина, Зилә, Венера, Әлфинә Сәғәҙәтовалар, Мәмдүзә Нафиҡова, Регина Туҡаева һ.б.
Изгелек байрамын күркәм итеп уҙғарыуҙа булышлыҡ итеүсе һәр кемгә ауыл халҡы рәхмәт белдерҙе. Матур көн күңелдәребеҙгә яҡшылыҡ, йылылыҡ, шатлыҡлы хистәр менән тулыландырҙы, йөрәктәргә иман нуры таратты.
Гөлирә Фәйрүзова.
Тәүәкәс ауылы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: