Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май , 10:23

Балаң һау-сәләмәт булһын тиһәң...

Бөтә донъя балалар һәм педиатрҙар көнө алдынан поликлиниканың участка табибы Альбина Әхәт ҡыҙы Хоҙайғолова менән әңгәмәләштек. 

Балаң һау-сәләмәт булһын тиһәң...
Балаң һау-сәләмәт булһын тиһәң...

— Альбина Әхәт ҡыҙы, үҙегеҙ менән бер аҙ таныштырып үтегеҙ әле...
— Сибай ҡалаһында тыуып-үҫтем. Мәктәпте бөткәс, 2000 йылда Өфөлә БДМУ-ның педиатрия факультетың студенты булып киттем. Әйтергә кәрәк, нәҡ балалар табибы булыу — ул минең баласаҡ хыялым. Балалар баҡсаһында уҡ бөтәһен дауалап “дарыуҙар” эсереү, уколдар яһап термометр ҡуйыу иң яратҡан уйыным ине.
Табип-педиатр дипломы алғас, интернатураны тыуған яҡта — Сибай ҡалаһында үттем. Ғаиләм менән эш буйынса 2007 йылда алыҫ Санкт-Петербург ҡалаһына юлландыҡ. Әлбиттә, “төнъяк баш ҡалаһы” үҙенең архитектураһы, бик күп музей, театрҙары, белемле һәм мәҙәниәтле кешеләре менән үҙенә ылыҡтыра. Тик тыуған яҡта ата-әсәләр, дуҫ-туғандар үҙенә һәр ваҡыт тартып торҙо. Һәм беҙ 2021 йылда яңынан Сибай ҡалаһына ҡайттыҡ. Ағымдағы йылдың апреленән ғаиләбеҙ менән Архангел ауылына күсеп, участок педиатры булып эш башланым. Район үҙенең матур табиғәте, алсаҡ ябай кешеләре, Өфө ҡалаһынан алыҫ булмауы менән дә оҡшай. Өс балалы ғаиләбеҙ менән экологик яҡтан таҙа ерҙә йәшәү күптәнге уйыбыҙ, хыялыбыҙ ине.
— Ниндәй йәштәге балалар йышыраҡ ауырый?
— Яңы тыуған һау-сәләмәт бала бер йәшенә хәтлем бик һирәк төрлө инфекцияларға дуҫар була. Ҡағиҙә булараҡ, мәктәпкәсә йәштәге балалар йышыраҡ ауырый, сөнки социализациалау осоро — әсәйҙәр декрет ялынан эшкә сығып, бәләкәстәр балалар баҡсаһына йөрөү башлана. Ғәҙәттә, әгәр бала йылына 5-6 тапҡыр төрлө вирус инфекциялары менән ауырыһа паникаға бирелергә ярамай. Шулай итеп, мәктәп йәшенә хәтлем иммунитет барлыҡҡа килә.
— Бөгөн күп балаларҙың һаулығы ҡаҡшай. Ата-әсәләр һәм уларҙың балалары һеҙгә йыш ҡына ниндәй ауырыуҙар менән мөрәжәғәт итә?
— Хәҙер, вирус ауырыуҙар миҙгелендә, тәү сиратта, киҫкен вирус инфекцияһы менән мөрәжәғәт итәләр.
— Вирус инфекциялары тураһында һүҙ ҡуҙғатҡандан һуң, әйтегеҙ әле, иммунитетты нығытыу һәм баланы хәҙер башланған һалҡын тейеү осорондағы ауырыуҙарҙан нисек һаҡларға?
— Иммунитетты нығытыу — ул, әлбиттә, дөйөм төшөнсә. Баланың мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөүен һәм вирус инфекцияһы менән ауырымауын иҫкәртеү өсөн билдәле бер саралар бар. Бында көн һәм ял режимы булдырыу, баланслы туҡландырыу, гимнастика күнекмәләре, саф һауала йөрөү, физкультура менән шөғөлләнеү һәм хәрәкәтсән уйындар инә. Организмды һаҡлауға булышлыҡ иткән вирусҡа ҡаршы препараттар, витамин-энергетика комплекстары бар, уларҙы беҙ балаларға вирус инфекцияларының миҙгелле ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн тәғәйенләйбеҙ.
Үҫеп килгән организм өсөн иң мөһимдәрҙең береһе булып Д витамины һанала. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары, аутоиммун һәм онкологик ауырыуҙар, икенсе типтағы шәкәр диабеты үҫешендә мөһим роль уйнай, иммунитетҡа йоғонто яһай, туранан-тура йәки ситләтеп эсәк стеналары аша кальций һәм фосфорҙы үҙләштереүҙе, һөйәктәрҙең һәм тештәрҙең минерализацияһын, гормональ системаның эшен, мускул тонусының күтәрелеүен, ҡан баҫымын контролдә тотоуҙы тәьмин итә. Уны йыл әйләнәһенә ҡабул итергә мөмкин. Кеше оганизмына Д витамины аҙыҡ менән балыҡтың майлы сорттарынан, йомортҡа, аҡ май менән инә һәм ҡояшта тирелә синтезлана. Тик экологик хәлдең насарайыуы һәм атмосфераның бысраныуы арҡаһында файҙалы ҡояш нурҙары беҙгә килеп етә алмай. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә һәр өсөнсө баланың ғына ҡанында етерлек кимәле бар был витаминдың (≥ 30нг/мл). Шуға күрә профилактик маҡсатта мотлаҡ Д витаминын ҡулланырға кәрәк.
— Вакцинация мәсьәләһе күп бәхәстәр тыуҙыра. Ә был хаҡта һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй: вакцинация кәрәкме, юҡмы?
— Вакцинация, әлбиттә, кәрәк. Статистика күрһәтеүенсә, прививка яһатмаған балалар йышыраҡ ауырый. Хатта грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан бала ауырыһа ла, ҡағиҙә булараҡ, еңел формала, бер ниндәй ҙә өҙлөгөүҙәрһеҙ үткәрә. Шуға күрә, мин вакцинация яҡлы.
— Баланы вакцинацияға нисек әҙерләргә?
— Баланы сәләмәт фонда ғына вакцинациялау зарур. Вакцинация алдынан уны педиатр һәм невролог тикшерергә тейеш. Белгестәр баланың үҫеүен һәм үҫешеүен, үҙәк нервы системаһы яғынан тайпылыштар булыуын, ниндәйҙер ауырыуҙарҙан яфаланыуын тикшерә. Күп кенә кескәҙәр хәҙер аллергик патологиянан яфалана, уларҙа дерматит, ринит күҙәтелә. Һәм бындай балаларҙы алдан әҙерләнеп, йәғни клиник ҡан анализдарынан һәм башҡа күрһәткестәрҙән сығып, прививкаларға кәрәк.
— Табип тәғәйенләмәйенсә препараттарҙы үҙ аллы ҡулланыу кеүек күренеш менән йыш осрашаһығыҙмы?
— Ул хәтлем йыш тип әйтмәҫ инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алыҫ ауылдарҙа, фельдшер, ФАП-тар булмаған ерҙә, осрай ундай хәлдәр. Әлбиттә, ваҡытында тәғәйенләнмәгән дауалау йыш ҡына өҙлөгөүҙәргә килтерә. Күпселек осорҙа ата-әсәләр бала сирләп киткәс тә беренсе сиратта табипҡа мөрәжәғәт итергә, киҫкен осорҙа тиҙ ярҙам саҡыртырға тырыша.
— Мәктәп йәшендәге балаларға йөкләмәләр, өҫтәмә дәрестәр күләме...
— Мәктәпкә тәү башлап уҡырға төшөү баланың нервы һәм иммун системаһы өсөн былай ҙа ҙур йөкләмә, унан тыш ата-әсәләр төрлө өҫтәмә дәрестәр, түңәрәктәргә йөрөтә башлай. Был осраҡта ашыҡмаҫҡа, хәрәкәтсән шөғөлдәргә өҫтөнлөк бирергә кәңәш итер инем.
— Баларҙы табиптарға йыш йөрөтөргә кәрәкме?
— Балалар һау-сәләмәт булған осраҡта төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн йылына бер тапҡыр мотлаҡ медицина тикшереүе үтергә кәрәк.
— Бала сәләмәт булһын өсөн ...
— Бала һау-сәләмәт булһын өсөн уны яратырға кәрәк. Ул яҡшы кейемгә, туҡланыуға ғына түгел, ә күңел йылылығына ла мохтаж. Ата-әсәләрҙең балаһына булған һөйөүе, беренсе сиратта, уның психоэмоциональ фонына йоғонто яһай, барлыҡ һаулыҡ һәм үҫеш уға бәйле.
— Файҙалы кәңәштәрегеҙ, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Альбина Әхәт ҡыҙы!
Физәлиә Ғәниева әнгәмәләште.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: