26-28 майҙа Өфөлә тәүгә “Китап байрамы” тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙа. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй тарих белеме буйынса ведомство-ара комиссияһы рәйесе Владимир Мединскийҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Ул Радий Хәбиров менән "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто тарафынан "Яҡшы подписка" акцияһында ҡатнашты. Атап әйткәндә, унда һәр кем теләгән кешене гәзиткә яҙҙыра алды. Владимир Мединский менән Радий Хәбиров тәүгеләрҙән булып мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә бүләк итеп гәзиткә яҙҙырҙы. Владимир Мединский Архангел районынан мобилизацияға саҡырылған яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә "Инйәр" гәзитен бүләк итеүе, беҙҙең өсөн әһәмиәтле булды. Яҙылыу квитанцияһында ул: "Дошманды ҡыйратып, өйгә ҡайтығыҙ!" өҫтәп яҙған.