“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” республикабыҙҙа 2014 йылдан ғәмәлгә ашырыла башланы. Был программа беҙҙең ауыл биләмәһендә лә үҙ урынын табып, бер нисә йыл рәттән инде уңышлы эшләп килә. Уға ярашлы күп кенә ауыл биләмәһендә эштәр башҡарылды.
Ағымдағы йылда программала ҡатнашырға тәҡдим иткәс тә, Родинка ауылы халҡы дәррәү ризалашып, йыйылышта тәҡдим ителгән иң лайыҡлы һәм кәрәкле тип – янғынға ҡаршы махсус һүндереү тағылмаһын ҡуйыу өсөн модулле боксты төҙөүҙе алдынғы урынға сығарҙы.
Йылы бокста ҡыш миҙгелендә янғынға ҡаршы тағылмалы ҡоролма һәм башҡа махсус ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ. Был, әлбиттә, “ҡыҙыл әтәс”тең шаярыуына юл ҡуймаясаҡ. Ут сыҡҡан осраҡта янғын сыҡҡан урынға тиҙ арала барып етеүгә ярҙам итәсәк.
Урал Шаһиев,
Баҡалды ауыл биләмәһе башлығы.