Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2023, 10:17

Шахматсылар – өсөнсө!

Спорт сараһында Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман һәм Өфө райондарынан дүрт уйынсынан торған йыйылма командалар ҡатнашты.

Шахматсылар – өсөнсө!
Шахматсылар – өсөнсө!

Ошо көндәрҙә Архангелдә шахмат буйынса 2008 йылда тыуған һәм унан да йәшерәк мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған XXV спартакиаданың төбәк-ара этабы уҙҙы. Спорт сараһында Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман һәм Өфө райондарынан дүрт уйынсынан торған йыйылма командалар ҡатнашты.
Бәйгелә районыбыҙҙың данын 2-се Архангел мәктәбе уҡыусыларынан (Юнысов Ғәйсәр, Ғафаров Алмаз, Воробьев Никита һәм Сафина Камила) тупланған шахматсылар яҡланы.
Яҡташтарыбыҙ ярайһы уңышҡа өлгәшеп турнир таблицаһында беренсе таҡтала Юнысов Ғәйсәр – III, икенсе таҡтала Ғафаров Алмаз – дүртенсе, өсөнсө таҡтала таҡтала Воробьев Никита – II һәм дүртенсе таҡтала Сафина Камила II урын яуланы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса йыйылма командалар араһында өфөләр – “алтын”, иглиндәр – “көмөш” һәм архангелдәр “бронза” миҙал яуланы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: