

Архангел ауылы эргәһендәге полигонда сүп-сарҙы айырыу буйынса комплекс асылды. Райондың бөтә сүп-сары эшкәртелә башланы. Был, тәү сиратта, полигондың тиҙ тулыланыуына юл ҡуймаясаҡ һәм сүп-сарға икенсе “ғүмер” бирәсәк, шулай уҡ экологик мәсьәләгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Шулай уҡ Архангел ауылында айырым йыйылған сүп-сарҙы йыйыу пункты үҙ ишектәрен асты. “Еләҫ ел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан пластик бутылкалар, быяла һауыттар, макулатура ҡабул ителә башланы.