

Ошо көндәрҙә Ғафури районында XXV Спартакиада сиктәрендә мәктәп уҡыусылары араһында баскетбол буйынса төбәк-ара “Ҡыҙғылт-һары туп” ярышы уҙҙы.
Бәйгелә район этабында еңеүсе Максим Горький (ҡыҙҙар) һәм 2-се Архангел (үҫмерҙәр) мәктәптәре йыйылма командалары көс һынашты.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса С.Н.Голубев етәкселегендә Максим Горький баскетболсылары “алтын” миҙал яулап, республика финалында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Тренерҙар А.В.Ащеулов менән А.В.Губачев етәкселегендәге 2-се Архангел спортсылары дүртенсе баҫҡысҡа ғына күтәрелә алды.
Фәрзәнә Хәсәнова,
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры.