

Ошо көндәрҙә “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге залында волейбол буйынса район хакимиәте башлығы А.З.Сәйетғәлин кубогына турнир асыу тантанаһы уҙҙы. Спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы район Советы секретары Ф.Ф.Йортомбаев, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова сәләмләне.
Бәйгелә барыһы 16 йыйылма команда ҡатнашты. 23 декабргә тиклем дауам иткән турнирҙа, волейболсылар үҙ-ара уйындар үткәреп, иң көслө командаларҙы билдәләйәсәк. Тәүге уйындарҙың һөҙөмтәләре түбәндәгесә тамамланды:
– “РЭС” – “63-сө янғын һүндереү часы һәм берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте” (1:2);
– “1-се һәм 2-се Архангел мәктәптәре” – “Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы” (2:0);
– “Үҙәк район дауаханаһы” – “Арх-Латыш ауыл биләмәһе” (0:2).