Инйәр
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь , 10:12

Рөхсәтһеҙ ярамай

Ул 21 ноябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Рөхсәтһеҙ ярамай
Рөхсәтһеҙ ярамай

 Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса “Шыршы-2022” яңы йыл алды операцияһы башланды. Ул 21 ноябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Был осорҙа дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән бергә йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу урындарында тәүлек әйләнәһенә патруллек итеү ойоштора. Бынан тыш, шыршылар һатылған урындарҙа ла рейдтар уҙғарыласаҡ.

Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға - 3-4 мең һумға, вазифалы кешеләргә - 20-40 мең һум, юридик шәхестәргә 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы биш мең һум һәм унан күберәк икән, законды боҙған өсөн ул енәйәт яуаплылығына тарттырыла.

Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ әҙерләү тураһында Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә мөмкин: 8(347) 218-14-14.

Ильяс Фазлутдинов,

Өфө район-ара урман һәм янғын күҙәтеү территориаль бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в