Инйәр
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь , 12:01

Федерация Советы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы тураһында законды хупланы

Мәсьәлә Федерация Советының сираттағы ултырышында ҡаралды.

Федерация Советы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы тураһында законды хупланы
Федерация Советы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы тураһында законды хупланы

Рәсәй парламентының юғары палатаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы тураһында закон ҡабул итте. Мәсьәлә Федерация Советының сираттағы ултырышында ҡаралды.

Проектты Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, сенаторҙар Андрей Турчак, Николай Журавлёв, Виктор Бондарев, Владимир Кравченко, Александр Карелин, Александр Ярошук һәм депутаттар әҙерләгән.

Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәләрендә барған махсус хәрби операцияның бурыстарын үтәү өсөн ирекле батальонға яҙылған граждандарға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә, тиелә документта. Әгәр махсус хәрби операция барышында яугир яраланғандан, контузия алғандан йәки имгәнгәндән һуң инвалид булып ҡалһа, хәрби хәрәкәттәр инвалиды статусы бирелергә тейеш. Закон 2022 йылдың 24 февраленән барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла. Хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын тапшырыу тәртибен ил хөкүмәте билдәләй.

Хәрби хәрәкәттәр ветераны йәки инвалиды статусын алған граждандар хәрбиҙәр өсөн ғәмәлдәге законда ҡаралған тейешле социаль ярҙам сараларына иҫәп тоторға хоҡуҡлы.

Бынан алдараҡ «Башинформ» агентлығы Дәүләт Думаһы депутаттарының хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы тураһында башланғысты хуплауы хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в