

Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, егеттәребеҙ бурыстарын үтәр өсөн бер һүҙһеҙ хәрби әҙерлек үтеү урындарына юлланды һәм әлеге ваҡытта унда шөғөлләнәләр. Ә тороп ҡалғандар уларға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Кем нисек булдыра, шундай ярҙам туплана башланы. Бындай саҡта эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалманы. Улар тәүге көндәрҙән алып әүҙемләште, аҡсалата һәм әйберләтә егеттәребеҙгә булышлыҡ итә. Ярҙам мобилизацияға эләккәндәргә генә түгел, уларҙың урындарҙа ҡалған ғаилә ағзаларына ла күрһәтелә. Эйе, изгелек ҡылырға теләк белдереүселәр күп, уларҙы берләштереү мөһим. Шуға күрә йүнселдәрҙе ойоштороу өсөн Башҡортостан Эшҡыуарҙары ирекмәндәр штабы эшләй.
Ошо көндәрҙә Өфөнөң эшҡыуарҙар берләшмәһе Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары йүнселдәре һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты менән берлектә мобилизацияланғандар өсөн гуманитар конвой ебәреүҙе ойошторҙо. Башҡортостан эшҡыуарҙары ирекмәндәр штабы етәксеһе, Өфө Эшҡыуарҙары союзы рәйестәше Тимерғәле Ураҙғолов белдереүенсә, был беҙҙең хәрбиҙәр өсөн беренсе конвой түгел.
– Ошоға тиклем Татарстанға – өс тапҡыр, Һарытау өлкәһенә бер мәртәбә барҙыҡ. Ундағы егеттәргә әйберҙәрҙе шәхсән ҡулдарына тапшырабыҙ һәм туғандарынан сәләмдәр еткерәбеҙ,- тине эшҡыуар Тимерғәле Рәлис улы. – Мин Ҡырмыҫҡалы районында күп балалы ғаиләлә үҫтем. Атайым һәр ваҡыт беҙҙе мөмкин булғанса кешеләргә ярҙам итергә кәрәк тип өйрәтте. Беҙ һәр ваҡыт мохтаждарға – күп балалыларға, янғындан зыян күргәндәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға булышлыҡ ҡылырға тырыштыҡ. Пандемия ваҡытында Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарына ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ.
Йыйылған әйберҙәр исемлеге ҙур. Битараф булмаған кешеләр ярҙамы арҡаһында күп нәмә йыйҙыҡ. Иң мөһиме - 300 кешегә йоҡо урыны алдыҡ. Бынан тыш, зарядка ҡоролмалары, пауэрбанктар, рациялар, йылы әйберҙәр, олтораҡтар, ойоҡбаштар һәм башҡа күп әйберҙәр бар. Уларҙың барыһы ла егеттәргә кәрәк,-тине эшҡыуар егет.
Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙары союзы советы рәйесе Инга Мусина әйтеүенсә, ирекмәндәр штабы союз янында булдырылған. Йүнселдәр әүҙем ярҙам, бөгөнгә миллион һумдан ашыу аҡса йыйғандар. Был суммаға бөтә кәрәкле әйбер алынған. Составта 20-нән ашыу кеше бар. Сайттары, социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәре эшләй, унда һәр теләгән кеше инә, кәрәкле мәғлүмәт табыу мөмкинлеге бар. Бина эсендәге ҡаптарҙа иһә балалар әйберҙәре күренеп ҡалды. Инга Мусина әйтеүенсә, улар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә һәм балаларына ебәреләсәк. Эшҡыуарҙар, ирекмәндәр әйтеүенсә, был эш артабан да киң йәйелдереләсәк. Һәр теләге булған кеше уларға ҡушыла һәм ярҙамға өлөшөн индерә ала.