Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Евгений Родиндың тәбрикләү һүҙенән һуң “Төҙөлөштә белгестәрҙең квалификацияһын бойондороҡһоҙ баһалау: көнүҙәк мәсьәләләр һәм яңы мөмкинлектәр” тигән доклад менән Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Кәримов сығыш яһаны.
“Иҡтисади үҫеш хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған квалификациялы кадрҙарһыҙ мөмкин түгел. Бойондороҡһоҙ баһалау үтеү белгескә хеҙмәт хаҡын арттырыу, эшкә мотивацияны күтәреү мөмкинлеге бирә”, – тине Тимур Басир улы.
Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөшкә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Иван Белоусовтың, Прокофьеваның сығыштары ла төҙөлөштәге белгестәрҙең квалификацияһын бойондороҡһоҙ баһалауҙы ойоштороу, ҡануниәттә, атап әйткәндә – Рәсәйҙең Ҡала төҙөлөшө кодексына ошоға бәйле үҙгәрештәр индереүгә арналды.