Инйәр
+11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь , 12:23

Гөр килә майҙансыҡ

Балалар район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән конкурстарҙа һәм ҡыҙыҡлы эстафеталарҙа ихлас ҡатнашып, күңел асты.

Гөр килә майҙансыҡ
Гөр килә майҙансыҡ

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре буйынса районыбыҙға килеп киткәйне. Көн дауамында  Радий Фәрит улы Архангел ауылының Ворошилов урамы 113/1 менән 113 “Б” һанлы күп фатирлы йорттарында йәшәүсе халыҡ менән дә осрашҡайны. Һөйләшеү барышында урындағы халыҡ балалар майҙансығы төҙөлөшөн һораны. Республика Башлығы вәғәҙәһен тотоп, граждандарҙың мәсьәләһен хәл итте.

Баҡтиһәң, ошо көндәрҙә заманса талаптарға тиң булған балалар майҙансығын асыу тантанаһы булды. “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә кескәйҙәргә уңайлы һәм хәүефһеҙ ял итеү урыны асылды. Тантаналы сарала Архангел ауыл советы хакимиәте башлығы Ғәли Төгөлбаев, райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса йәмәғәт күҙәтеүсеһе Татьяна Очеретная, ата-әсәләр һәм балалар ҡатнашты.

Мөһим кисәне асҡандан һуң, Архангел ауыл биләмәһетарафынан Татьяна Очеретнаяға, Анна һәм Александр Мавриндарға Ворошилов урамындағы 113/1 һанлы йортто комплекслы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡандар өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ ошо эшмәкәрлектә битараф булмаған балаларға “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Һуңынан балалар район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән конкурстарҙа һәм ҡыҙыҡлы эстафеталарҙа ихлас ҡатнашып, күңел асты.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в