

Күптән түгел яҡташыбыҙ Клара Әһлиуллинаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелде.
Атап әйткәндә, Клара Ишбулды ҡыҙы Максим Горький ауылында донъяға тыуып-үҫә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 2002 йылдан Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 2004 йылдан алып “Башҡорт энциклопедияһы” фән дәүләт учреждениеһында эшен дауам итә. Ошонда уҡ 2009-2020 йылдарҙа директор урынбаҫары була.
Хеҙмәтенә һәр саҡ тоғро һәм яуаплы ҡараған Клара Әһлиуллина юғары исемдәргә лайыҡ була. 2014 йылда журналистар Союзы ағзаһы, 2015 йылда БР Фән һәм техника өлкәһендә премия лауреаты. 50-нән ашыу ғилми эштәр, шулай уҡ шиғри йыйынтыҡтар авторы.