Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май , 15:03

Ҡыҙҙар – афарин!

Архангелькие баскетболистки заняли 1 место!

Ҡыҙҙар – афарин!
Ҡыҙҙар – афарин!

Күптән түгел Архангелдә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса төбәк-ара ярыш уҙҙы. Спорт сараһында Архангел, Ғафури, Кушнаренко, Шишмә һәм Өфө райондарынан йыйылма командалар ҡатнашты.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы Архангел ауыл биләмәһе башлығы Ғәли Төгөлбаев, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, Советтар Союзы геройы Т.А.Саевичтың туғаны Л.И.Горшенина, баш судья С.А.Рубин сәләмләгәндән һуң ҡыҙыу уйындар башланды.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса гүзәл заттарыбыҙ – беренсе, ғафуриҙар – икенсе, кушнарендар өсөнсө булһа, ир-егеттәрҙән шишмәләр – 1-се, өфөләр – 2-се һәм кушнарендар 3-сө урынға дәғүә итте.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в