Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май , 14:58

Мосолмандарҙың мөһим байрамы

Праздник Ураза-байрам в д.Максим Горький

Мосолмандарҙың мөһим байрамы
Мосолмандарҙың мөһим байрамы

Йыл һайын ураҙа ғәйетендә Архангел районы мәсеттәре байрам төҫөн ала, унда кешеләр йыйылып, бер-береһен оло көн менән тәбрик итә. Был көндө Максим Горький ауылының “Сулпан” мәсетенә 100-ҙән ашыу кеше күңел талабы буйынса килде. Унда олоһо ла, кесеһе лә йыйылды.

Оло байрам уңайынан район хакимиәте идарасыһы Татьяна Галина, Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ибәтуллин, район Советы депутаты Альберт Рәхимов, ветерандар советы рәйесе Зөһрә Йәнешева ҡотлау һүҙҙәре еткереп, изге теләктәрен белдерҙе.

Сараға килеүселәр намаҙға баҫып, күңелдәргә иман нуры индерҙе. “Сулпан” мәсетенең имам-хатибы Батыргәрәй хәҙрәт Мәзитов вәғәздәр һөйләне, “Ағинәйҙәр ҡоро” менән Зәлифә Фәйзуллина менән берлектә моңло мандолина сыңына  мөнәжәттәр әйтелде. Һуңынан дин ҡәрҙәштәр мәсеттә ойошторолған байрам ашына рәхим итте. Тәмле күстәнәстәрҙән ауыҙ итеп, байрам сәйе эсеп, киләһе ураҙаларҙы ла күрергә насип булһын тигән ниәттә таралышты халыҡ.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в