Башҡортостанда волейбол спортын үҫтереү һәм популярлыҡ яулау йылы уңайынан мәктәп уҡыусылар араһында “Мәктәп волейбол лигаһы” турнирының сираттағы төбәк этабы Дәүләкән ҡалаһында уҙҙы.
Бәйгелә 1-се Архангел мәктәбе волейболсылары (тренеры И.Х.Ҡунаҡбаев) үҙҙәрен һынап ҡараны. Һәр партия көсөргәнешле барҙы, шуға ла еңеү өсөн бөтә егеттәр ҙә бар тырышлығын һалды. Һөҙөмтәлә яҡташтарыбыҙ турнирҙа өсөнсө урынға күтәрелде. Шәйхетдинов Марсель “Иң яҡшы туп биреүсе” номинацияһында билдәләнде.